Абдуллин Әхәт Абдулла улы
Был мәҡәләгә Рувикиның башҡа мәҡәләләре һылтанмай. |
Гражданлығы | |
---|---|
Заты | ир-ат |
Хәрби звание | Лейтенант |
Ғәскәр төрө | кавалерия |
Вафат булған урыны | |
Тыуған урыны | |
Һөнәр төрө | яугир |
Вафат булған көнө | 10 июль 1942 |
Юғалтыуҙың хәрби классификацияһы | хәбәрһеҙ юғалған[d] |
Һуғыш/алыш | |
Тыуған көнө | 1919 |
Абдуллин Әхәт Абдулла улы (рус. Абдуллин Ахат Абдуллович) (1919—1942) — 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы составында һуғышҡан. Лейтенант, взвод командиры[1].
Биографияһы
Әхәт Абдулла улы Абдуллин 1919 йылда Өфө губернаһы Бәләбәй өйәҙе (хәҙер — Башҡортостан Республикаһы Туймазы районы) Яңы Бишенде ауылында тыуған.
1941 йылда Туймазы район хәрби комиссариаты Ҡыҙыл Армия сафына саҡыра. Яңы ойошторолған 112-се Башҡорт атлы дивизияһына билдәләнә.
112-се Башҡорт (16-сы гвардия Чернигов) кавалерия дивизияһы составындағы 275-се кавалерия полкының 2-се эскадроны БТ[2] взвод командиры, лейтенант.
1942 йылдың 10 июлендә Курск өлкәһенең Тербуны ауылы эргәһендә хәбәрһеҙ юғала[3][4].
Хәтер
Абдуллин Әхәт Абдулла улының исеме Башҡортостанда нәшер ителгән баҫмаларҙа[5] һәм БР-ҙың Туймазы районы Яңы Бишенде ауылында Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусылар хөрмәтенә ҡуйылған һәйкәлдәге исемлеккә индерелгән.
Оҙаҡ йылдар дауамында Әхәт Абдулла улы хәбәрһеҙ юғалған тип иҫәпләнә. 1996 йылда эҙәрмәндәр һуғыш барған урындарҙа ҡыҙылармеецтарҙың һөйәктәрен тапты. Барлығы 671 яугир исемен белә алдылар. Һәм хәрби хөрмәт күрһәтелеп, һәләк булыусылар исемлегендә лейтенант Абдуллин Әхәт Абдулла улы ла Липецк өлкәһе Тербуны ауылындағы туғандар ҡәберлегендә ерләнде .
Әхәт Абдуллиндың исеме ҡәберлек һәйкәленең мемориал таҡтаһына уйып яҙылған
.Һылтанмалар
- Шаймуратовцы. Абдуллин Ахат Абдуллович (рус.) (Тикшерелеү көнө: 21 июль 2021)
- Память народа. АБДУЛЛИН Ахат Абдуллович 2021 йылдың 21 июль көнөндә архивланған. (рус.) (Тикшерелеү көнө: 21 июль 2021)
- Дорога памяти. Абдуллин Ахат Абдуллович 2021 йылдың 5 июнь көнөндә архивланған.
- Танковые части в кавалерии
- РГБ: Память : Республика Башкортостан : Списки погибших в Велик. Отеч. войне 1941—1945 гг. / Редкол.: Аюпов М. А. (гл. ред.) и др. — Уфа : Китап, 1994 ISBN 5-295-00958-0
- Братская могила в с. Тербуны
- Мемориал
- Тербунский рубеж
Иҫкәрмәләр
- ↑ Шаймуратовцы. Абдуллин Ахат Абдуллович
- ↑ Танковые части в кавалерии
- ↑ Дорога памяти. Абдуллин Ахат Абдуллович 2021 йылдың 5 июнь көнөндә архивланған.
- ↑ Братская могила в с. Тербуны
- ↑ РГБ: Память : Республика Башкортостан : Списки погибших в Велик. Отеч. войне 1941—1945 гг. / Редкол.: Аюпов М. А. (гл. ред.) и др. — Уфа : Китап, 1994 ISBN 5-295-00958-0