Абзалов Фәтих Р.
Гражданлығы | |
---|---|
Заты | ир-ат |
Хәрби звание | Сержант |
Ғәскәр төрө | кавалерия |
Вафат булған урыны | |
Тыуған урыны | |
Һөнәр төрө | яугир |
Вафат булған көнө | 6 июль 1942 |
Юғалтыуҙың хәрби классификацияһы | яуҙа һәләк була[d] |
Һуғыш/алыш | |
Тыуған көнө | 1912 |
Абзалов Фәтих Р. (рус. Абзалов Фатих Р.) (1912—1942) — 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы 313-сө кавалерия полкының 3-сө эскадронында отделение командиры. Сержант[1].
Биографияһы
Фәтих Абзалов 1912 йылда Өфө губернаһы Бәләбәй өйәҙе (хәҙер Башҡортостан Республикаһы Туймазы районы Төмәнәк ауыл Советы) Райман ауылында тыуған.
Башҡорт АССР-ының Ҡандра район хәрби комиссариаты Эшсе-Крәҫтиән Ҡыҙыл Армияһы сафына саҡыра. Абзалов Фәтих яңы ойошторолған 112-се Башҡорт атлы дивизияһы составындағы 313-сө кавалерия полкының 3-сө эскадроны отделение командиры була.
1942 йылдың 6 июлендә Курск (хәҙер — Липецк) өлкәһе Тербуны ауылы янында хәбәрһеҙ юғала[2].
Маҡтаулы исемдәре һәм бүләктәре
Хәтер
Яугир Абзалов Фәтих Р. исеме Башҡортостанда нәшер ителгән баҫмаларҙа[3] һәм БР-ҙың Туймазы районы Райман ауылында Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусылар хөрмәтенә ҡуйылған һәйкәлдәге исемлеккә индерелгән.
Шулай итеп, оҙаҡ йылдар дауамында Фәтих Абзалов хәбәрһеҙ юғалған тип иҫәпләнде. 1996 йылда эҙәрмәндәр һуғыш барған урындарҙа ҡыҙылармеецтарҙың һөйәктәрен ҡаҙып сығарҙы. Барлығы 671 яугир исемен белә алдылар. Һәм хәрби хөрмәт күрһәтелеп, һәләк булыусылар араһында сержант Абзалов Фәтихтең һөйәктәре лә Липецк өлкәһе Тербуны ауылындағы туғандар ҡәберлегенә ерләнде.
Абзалов Фәтихтең исеме ҡәберлек һәйкәленең мемориал таҡтаһына уйып яҙылған[4][5].
Һылтанмалар
- Шаймуратовцы. Абзалов Фатих (рус.) (Тикшерелеү көнө: 22 июль 2021)
- Память народа. Абзалов Фатих Р. (рус.) (Тикшерелеү көнө: 22 июль 2021)
- РГБ: Память : Республика Башкортостан : Списки погибших в Велик. Отеч. войне 1941—1945 гг. / Редкол.: Аюпов М. А. (гл. ред.) и др. — Уфа : Китап, 1994 ISBN 5-295-00958-0
- Мемориал
- Тербунский рубеж