Абҙаҡов Фәтих Исмәғил улы

Абҙаҡов Фәтих Исмәғил улы (рус.  Абзаков Фатих Исмагилович) (1923—1944) — 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы пулемётсыһы. 1944 йылда яуҙа һәләк була[1][2].

Биографияһы

Фәтих Исмәғил улы Абҙаҡов 1923 йылда Башҡорт АССР-ының Йылайыр кантоны (хәҙер — Баймаҡ районы) Үрге Таулыҡай ауылында тыуған тиелә[3]. «Халыҡ хәтере» сайтында Баймаҡ районы 2-се Этҡол ауылында тыуған тип яҙалар[4].

1941 йылдың 10 декабрендә Баймаҡ районы хәрби комиссариаты Эшсе-Крәҫтиән Ҡыҙыл Армияһы сафына саҡыра. 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһында хеҙмәт итә.

1944 йылдың 13 ғинуарында яуҙа һәләк була[4].

Хәтер

Абҙаҡов Фәтих Исмәғил улының исеме Башҡортостанда нәшер ителгән баҫмаларҙа[5] һәм БР-ҙың Йылайыр районы Үрге Таулыҡай ауылында Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусылар хөрмәтенә ҡуйылған һәйкәлдәге исемлеккә индерелгән.

Тема буйынса өҫтәмә