Аджигардак
Аджигарда́к — Көньяҡ Уралдағы тау һырты, киңлек буйынса Әшә ҡалаһы һәм Меңйәр эшселәр ҡасабаһы араһында (Силәбе өлкәһе), Рәсәйҙәге Силәбе өлкәһе менән Башҡортостан сигендә, тарихи Башҡортостан ерҙәрендә урынлашҡан.
Этимологияһы
«Аджигардак» оронимы хәҙерге башҡорт телендә ышандырырлыҡ аңлатылмаған кеүек булһа ла, башҡорт теленең көнсығыш диалекты әйтелешенән сығып, шундай бейек, «Ат йығарҙыҡ» тау, тип аңлатып ҡарарға, фараз итергә була. Көньяҡ Уралды тәүгеләрҙән булып өйрәнгән рус ғалимы Пётр Симон Паллас Аджигардакты Джиггер-тау, тип атаған.
Топонимистар Аджигардак һүҙен, моғайын, субстрат ҡатламына (элек йәшәгән халыҡ теленсә аталған һәм һуңынан килгән халыҡ телендә һаҡланып ҡалған ҡайһы бер ҡалдыҡ күренештәре) юлығыуҙыр ти. Ысынлап та, был һүҙ төрлө телдәрҙә лә «тау» тигән мәғәнәне аңлата. Атап әйткәндә, ҡайһы бер башҡорт ҡәбиләләре этник яҡтан бәйле булған алтай телдәр төркөмөндә «ажир» — «тау артылышы». «Ғыр» — боронғо төрөк телендәге «ҡыр»ҙың вариацияһы — «тау», «артылыш, үткәүел». Ә «тағ, дағ» — хәҙерге башҡорт телендә лә «тау». Бер һүҙ менән әйткәндә, Аджигардак төрки телдәрҙең һәр береһендә ҡабатланған тау, артылыш тигән һүҙ[1][2].
Тасуирламаһы
Аджигардак тау һырттары тәрән ҡулауыҡ-үҙәндәр менән телгеләнгән ултырма тау тоҡомдарынан тора. Аджигардактағы альпинистарҙың иң яратҡан ере, иң ҙур һәм матур күренешле үҙәне Киң ҡулауыҡ (Широкий дол) тип аталған Әшә ҡаяларында урынлашҡан урыны.
Аджигардак һырттарының эргәһенән Эҫем йылғаһы аға. Һырттың көнбайышында яҫы таулыҡтың исемһеҙ түбәһе урынлашҡан, бейеклеге — 738,6 метр. Һырттың көнсығышында бейеклеге буйынса икенсе урында торған түбә — Аджигардак тауы урынлашҡан, уның бейеклеге диңгеҙ кимәленән 581,2 метр тәшкил итә. Аджигардак тау һыртының оҙонлоғо 17-20 километр.
Аджигардактың түбәһендәге бик ҙур, киң яйланы салышып үҫкән кәкре ағастар ҡаплаған, туристар уны бит һыҙырғыс (мордохлыст) тип йөрөтә. Был урман аша йәй көнө лә үтеп сыҡҡыһыҙ. Ҡыш һуңында, ыжғыр бурандар һыртты күп метрлы көрт менән ҡаплағанда, Аджигардак ҡар аҫтынан ағас баштары ғына һерәйеп күренгән ап-аҡ арауыҡ булып күренә. Был урынды йәй көнө күрмәгән кеше хатта бында урман булыуын күҙ алдына килтерә лә алмай. Ҡыш көнө саңғысылар ысынында ағас баштарынан шыуып йөрөйҙәр.
Бында шул уҡ исем йөрөткән тау саңғыһы курорты урынлашҡан[3]. Туризм объекты булараҡ, ҡыш көнө Аджигардак саңғыла йөрөү, кескәй ял походтары ойоштороу өсөн бик яҡшы (идеаль) тура килә. Әшәнән Аджигардак яйлаһына күтәрелергә, ә һуңынан шыуып төшөргә була. Тағы ла саңғыла тотош Аджигардак һырты буйлап үтергә һәм Меңйәрҙә тау төшөргә була. Аджигардак һыртының иң юғары нөктәһе аҫтында киң билдәле «Аджигардак» тау саңғыһы комплексы бар. Бер нисә йыл элек «Ике үҙән» тау саңғыһы үҙәген төҙөү планлаштырыла ине. Әммә әлегә Киң ҡулда (Широкий дол) тып-тын. Әлегә бар кеше лә «Аджигардак» тау саңғыһы үҙәгенә килә. Эҫем йылғаһы яры, Аджигардак һырттары һөҙәклеге буйлап Транссебер тимер юлы һуҙылған, ҡала яны, пассажир поездары йөрөп тора. Шунда уҡ Әшә-Меңйәр автомобиль юлы үтә. Ә Аджигардактың көньяғында көнө-төнө М5 «Урал», Мәскәү-Силәбе трансурал трассаһы геүләй. Ул яҡтан да Аджигардакка килеп була. Ләкин Әшә-Меңйәр юлынан быны эшләү уңайлыраҡ.
Аджигардакка барыуы ауыр түгел.
Һылтанмалар
- Весь Южный Урал. Хребет Аджигардак. 08.11.2010
- Официальный сайт горнолыжного курорта Аджигардак
- И снова «арийский» «язык» синташты. 22 апреля 2024
- Лена Надировна Давлеткулова — кандидат филологических наук, специалист по топонимике Челябинской области (диссертация называется «Топонимы в лингвокультурологическом аспекте: на примере географических названий графства Оксфордшир и Челябинской области» (2014)).