Азаров Иван Дмитриевич

Азаров Иван Дмитриевич (5 ғинуар 1914 — 10 февраль 1943) — 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының 275-се кавалерия полкы ветеринария хеҙмәте начальнигы. III ранг хәрби ветеринар табибы[1].

Биографияһы

Иван Дмитриевич Азаров 1914 йылдың 5 ғинуарында Рәсәй Федерацияһының Воронеж өлкәһе Раненбург районы Кривополяна ауылында тыуған[2].

1939 йылдың 11 февраленән Эшсе-Крәҫтиән Ҡыҙыл Армияһы сафында, Урал хәрби округында хеҙмәт итә. Бөйөк Ватан һуғышы башланыу менән Көньяҡ-Көнбайыш фронты составында фронт юлдарын үтә[сығанаҡ 1860  көн күрһәтелмәгән].

III ранг хәрби ветеринария табибы Азаров Иван Дмитриевич 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының 275-се кавалерия полкы ветеринария хеҙмәте начальнигы була.

1942 йыл башынан Курск, Барвенково ҡалалары өсөн алыштарҙа, Харьков йүнәлешендә һөжүм итеү операцияларында ҡатнаша[сығанаҡ 1860  көн күрһәтелмәгән].

1942 йылдың ноябрендә Сталинград янында фашистарҙың 4-се һәм 6-сы танк армияларын ҡамауҙа һәм Сталинград контрһөжүмендә ҡатнаша[сығанаҡ 1860  көн күрһәтелмәгән].

1943 йылдың 10 февралендә Бөйөк Ватан һуғышының Көньяҡ-Көнбайыш фронтында Донбасс биләмәләрен азат итеү өсөн барған алыштарҙың береһендә һәләк була. Украина ССР-ы Ворошиловград өлкәһе (хәҙер — Луганск Халыҡ Республикаһы) Петровский утарында ерләнгән[2].

Хәтер

Азаров Иван Дмитриевичтың исеме Башҡортостанда нәшер ителгән баҫмаларҙа яҙылған[3] һәм Рәсәй Федерацияһының Воронеж өлкәһе Кривополяна ауылында Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусылар хөрмәтенә ҡуйылған һәйкәлдәге исемлеккә индерелгән.

Сығанаҡтар

  • ЦАМО. Донесения о потерях[2]