Айытбаев Вәли Мөхәммәт улы
Биографияһы
Вәли Мөхәммәт улы Айытбаев 1908 йылда Өфө губернаһы Стәрлетамаҡ өйәҙе (хәҙер — Башҡортостан Республикаһы Ауырғазы районы) Мораҙым ауылында тыуған.
Эшсе-Крәҫтиән Ҡыҙыл Армияһы сафына Ауырғазы районы хәрби комиссариатынан саҡырыла.
Ҡыҙылармеец Вәли Айытбаев 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының 313-сө кавалерия полкы пулемётсыһы була.
1942 йылдың 22 июлендә Курск өлкәһе, Больше-Полянский районының (хәҙер — Липецк өлкәһе) Икенсе Тербуны ауылы янында һәләк була һәм шунда ерләнә[3].
Ғаиләһе
Юғалтыуҙар тураһындағы мәғлүмәттә ҡатыны Айытова Ғәйниә тип яҙылған[3]
Хәтер
Айытбаев Вәли Мөхәммәт улының исеме Башҡортостанда нәшер ителгән баҫмаларҙа[4] һәм БР-ҙың Ауырғазы районы Мораҙым ауылында Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусылар хөрмәтенә ҡуйылған һәйкәлдәге исемлеккә индерелгән.
Оҙаҡ йылдар дауамында ул хәбәрһеҙ юғалған тип иҫәпләнә. 1996 йылда эҙәрмәндәр һуғыш барған урындарҙа ҡаҙыныу эштәре алып барып, 671 яугирҙың исемен асыҡлай, әммә лейтенант Айытбаев Вәли Мөхәммәт улы тураһында мәғлүмәт юҡ.
Сығанаҡтар
- ЦАМО. Фонд 58. Опись 818883. Единица хранения 1750.
Һылтанмалар
- Шаймуратовцы. Аитбаев Вали Мухаметович (рус.) (Тикшерелеү көнө: 23 июль 2021)
- Память народа. Аитбаев Вали Мухаметович (рус.) (Тикшерелеү көнө: 23 июль 2021)
- РГБ: Память : Республика Башкортостан : Списки погибших в Велик. Отеч. войне 1941—1945 гг. / Редкол.: Аюпов М. А. (гл. ред.) и др. — Уфа : Китап, 1994 ISBN 5-295-00958-0
- Вали Аитбаев 2021 йылдың 29 сентябрь көнөндә архивланған.
- Тербунский рубеж
Иҫкәрмәләр
- ↑ Шаймуратовцы. Аитбаев Вали Мухаметович
- ↑ Вали Аитбаев 2021 йылдың 29 сентябрь көнөндә архивланған.
- ↑ 1 2 Память народа. Донесения о потерях. Аитбаев Вали Мухаметович
- ↑ РГБ: Память : Республика Башкортостан : Списки погибших в Велик. Отеч. войне 1941—1945 гг. / Редкол.: Аюпов М. А. (гл. ред.) и др. — Уфа : Китап, 1994 ISBN 5-295-00958-0