Айытбаев Мырҙағәле Арыҫлан улы
Айытбаев Мырҙағәле Арыҫлан улы (25 декабрь 1925 йыл—15 июнь 1986 йыл) — элемтәсе, 1952—1959 һәм 1980—1986 йылдарҙа Иҫке Собханғол район элемтә узелы начальнигы. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. II дәрәжә Ватан һуғышы (1985), II (1945) һәм III (1944) дәрәжә Дан ордендары кавалеры.
Биографияһы
Мырҙағәле Арыҫлан улы Айытбаев 1925 йылдың 25 декабрендә Башҡорт АССР-ының Бөрйән районы Яңы Собханғол ауылында тыуа.
Хеҙмәт эшмәкәрлеген «Яңы юл» колхозында башлай. 1943 йылдың 11 ғинуарында Башҡорт АССР-ының Бөрйән район хәрби комиссариаты тарафынан армияға алына. Һуғышты Воронеж фронтында башлай. 1945 йылдың еңеү яҙына тиклем һалдат һуғыш юлдары буйлап үтә. Һуғышта күрһәткән батырлыҡтары өсөн I һәм II дәрәжә Дан һәм Ватан һуғышы ордендары менән бүләкләнә.
1948 йылда демобилизациялана һәм шул ваҡыттан алып ул райондың төрлө ойошмаларында — элемтә, банк системаһында, урман сәнәғәте хужалығында эшләй. КПСС ағзаһы.
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
- II дәрәжә Дан ордены (1945)[1]
- III дәрәжә Дан ордены (1944)[2]
- II дәрәжә Ватан һуғышы ордены[3]
- «Батырлыҡ өсөн» миҙалы,
- «Хеҙмәт ветераны» миҙалы (1986)[4]
Хәтер
2017 йылдың 23 декабрендә Иҫке Собханғол ауылында Бөйөк Ватан һуғышы ветераны, «Дан» ордены кавалеры Айытбаев Мырҙағәле Арыҫлан улы хөрмәтенә мемориаль таҡтаташ асыла. Таҡтаташ ул эшләгән «Башинформсвязь» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең Белорет район-ара телекоммуникацияларҙы техник хеҙмәтләндереү үҙәгенең Иҫке Собханғол линия-техник цехы фасадына ҡуйыла[5].
Иҫкәрмәләр
Сығанаҡтар
- Аетбаев Мурзагали Арсланович
- АЕТБАЕВ Мурзагали Арслангалеевич
- Юбилейная награда Мурзагали Аетбаева
- Указ Президиума ВС Башкирской АССР от 16.04.1986 «О награждении медалью „Ветеран труда“ трудящихся Бурзянского района»
- В Бурзянском районе открыли мемориальную доску(недоступная ссылка)
- Аетбаев Мурзагали Арслангалиевич // Бурзянская энциклопедия / гл. ред. Г. М. Манапов. — Уфа: НИК «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2022. — С. 45. — 640 с. — ISBN 978-5-88185-512-2.