Айытбай (исем)

Викидата элементы юҡ

Айытбай — башҡорт ир-ат исеме. Башҡа төрки халыҡтарҙа ла ҡулланыла

Этимология

Айытбай (Айтбай) ғәрәп теленән үҙләштерелгән исем, башҡортса — айыт + бай (ир-ат исемдәре ялғауы); байрам көндө тыуған тигәнде аңлата[1]

Билдәле кешеләр

Ғүмәров Айытбай Әхмәт улы (26 ноябрь 1942 йыл) — ғалим-хирург, юғары мәктәп уҡытыусыһы, медицина фәндәре докторы, профессор (1987), Рәсәй Федерацияһының (2007) һәм Башҡортостан Республикаһының (1997) атҡаҙанған фән эшмәкәре, Рәсәй Федерацияһының (2002), Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған табибы (1991).

Фамилияла

Айытбаев Ғәлиәхмәт Ямалетдин улы — Башҡорт милли-азатлыҡ хәрәкәте эшмәкәре. Башҡорт мәркәз шураһы һәм Кесе Ҡоролтай ағзаһы.

Айытбаев Хәбетдин Хәбрахман улы (рус. Аитбаев Хабутдин Хабрахманович; 1910-5.08.1942) — 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугиры, гвардия ҡыҙылармеецы, рядовой. 294-се кавалерия полкының 4-се эскадроны кавалерисы. Ҡыҙылармеец.

Айытбаев Вәли Мөхәммәт улы (рус. Аитбаев Вали Мухаметович; 1908 йыл — 22 июль 1942 йыл) — 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының 313-сө кавалерия полкында пулемётсы булып хеҙмәт итә. Ҡыҙылармеец. Рядовой.

Айытбаев Мөхәмәт Мортаҙа улы (1922 йыл — ?) — 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугиры, рядовой, ҡыҙылармеец, 1-се дәрәжә Ватан һуғышы ордены кавалеры.

Атаһының исемендә

Топонимикала

Сығанаҡтар

Яңы сығанаҡ өҫтәү өсөн «Ҡалып:Исемдәр донъяһында» сәхифәһен үҙгәртегеҙ