Айытҡол (исем)

Викидата элементы юҡ

Айытҡол — башҡорт ир-ат исеме. Башҡа төрки халыҡтарҙа ла бар.

Этимология

Айытҡол исеме ғәрәп айыт һәм башҡорт ҡол (ир-ат исемдәре ялғауы) һүҙҙәре ҡушылып яһалыуҙан барлыҡҡа килгән. Был исемде байрам көндө тыуғандарға ҡушҡандар.[1].

Билдәле кешеләр

Фамилияла

Айытҡолова Эльвира Ринат ҡыҙы (19 август 1973 йыл) — ғалим-филолог, журналист, дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәре, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Филология фәндәре кандидаты. Башҡортостан Республикаһының 5-се һәм 6-сы саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты. Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайы рәйесе урынбаҫары. Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы (конгресс) — йәмәғәт ойошмаларының Халыҡ-ара берлеге Президиумы рәйесе (2019 йыл). РФ Дәүләт Думаһының 8-се саҡырылыш депутаты (2021 йыл).

Айытҡолов Азат Миңлеғәле улы (27 ғинуар 1956 йыл) — ҡурайсы, педагог, Рәсәйҙең атҡаҙанған (1998 йыл), Башҡортостандың халыҡ артисы (1991 йыл), Башҡортостан комсомолының Ғәлимов Сәләм исемендәге йәштәр премияһы(1990 йыл) һәм Башҡортостан Республикаһының Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы (2000 йыл) лауреаты, Салауат Юлаев ордены кавалеры (2021 йыл).

Сығанаҡтар

Яңы сығанаҡ өҫтәү өсөн «Ҡалып:Исемдәр донъяһында» сәхифәһен үҙгәртегеҙ