Аллабирҙе (исем)

Викидата элементы юҡ

Аллабирҙе — башҡорт ир-ат исеме. Башҡа төрки халыҡтарҙа ла Аллабирҙе исеме бар.

Этимологияһы

Аллабирҙе — ғәрәп һүҙе Алла менән бирҙе һүҙҙәре ҡушылып төҙөлгән исем. Оҙаҡ көтөп алған бала тигәнде аңлата[1].

Билдәле кешеләр

Фамилия

Аллабирҙин Ирек Латип улы (29 май 1940 йыл) — СССР һәм Рәсәй зоотехнигы. Ауыл хужалығы фәндәре докторы (1999).

Аллабирҙин Зәки Латип улы (1922 йыл — 13 ноябрь 1943 йыл) — Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы, гвардия рядовойы. 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугиры, дивизияның 148-cе артиллерия-миномет полкы повозочныйы.

Ауылдар

Шулай уҡ ҡарағыҙ

Рәкит Аллабирҙе (1960 йыл 22 март) — Рәкит АЛЛАБИРҘЕ псевдонимы аҫтында ижад итеүсе шағир-прозаик. 1996 йылда «Иҙел-Урал» хәйриә фондын ойоштороусы һәм етәксеһе. Тыуған яғына бағышланған «Аллабирҙе» (1996) әҫәре Башкортостан матбуғатында ла урын ала.

Сығанаҡтар

Яңы сығанаҡ өҫтәү өсөн «Ҡалып:Исемдәр донъяһында» сәхифәһен үҙгәртегеҙ