Аллабирҙин Зәки Латип улы

РУВИКИ — интернет энциклопедия мәғлүмәте
Гражданлығы
Заты ир-ат
Хәрби звание Рядовой
Тыуған көнө 1922
Вафат булған урыны
Вафат булған көнө 13 ноябрь 1943({{padleft:1943|4|0}}-{{padleft:11|2|0}}-{{padleft:13|2|0}})
Һөнәр төрө
Һуғыш/алыш
Тыуған урыны

Аллабирҙин Зәки Латип улы (1922 йыл — 13 ноябрь 1943 йыл) — Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы, гвардия рядовойы. 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугиры, дивизияның 148-cе артиллерия-миномет полкы повозочныйы[1].

Зәки Латип улы Аллабирҙин 1922 йылда Башҡорт АССР-ының Йылайыр кантоны (хәҙер Башҡортостандың Баймаҡ районы) Иҫке Сибай ауылында тыуған. Башҡорт АССР-ының Баймаҡ районы хәрби комиссариаты тарафынан Ҡыҙыл Армияға саҡырылған (алынған датаһы билдәһеҙ[1]). ВЛКСМ ағзаһы була. Данлыҡлы 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһында 148-cе гвардия артиллерия-миномет полкында повозочный булып хеҙмәт итә.

Кавалерия дивизияһында повозочный (гужевик) итеп, ғәҙәттә, малды ҡарай белгән, сабыр, түҙемле ауыл кешеләрен ҡуйғандар. Һуғыш ваҡытында повозочныйҙарға төрлө ауыр, әммә бик кәрәкле көндәлек эштәр ҡушылған: алғы һыҙыҡҡа боеприпастар һәм яғыулыҡ еткереү, яраланған һалдаттарҙы тылға сығарыу, хәрби частарҙы аҙыҡ-түлек менән тәьмин итеү, төҙөлөш материалдарын, орудиеларҙы урындан-урынға күсереү һәм башҡа эштәр йөкмәтелгән[2]. Ҡышҡы сатнама һыуыҡта, йәйге түҙмәҫлек эҫелә, бигерәк тә яҙғы йәки көҙгө ямғырлы көндәрҙәге ауыр шарттарҙа повозочныйҙар хеҙмәтенән алыш уңышы ла торған.

Зәки Аллабирҙин 1943 йылдың 13 ноябрендә Белоруссияның Гомель өлкәһе Василевич районы Малодуша (Волкошановка) ауылы тирәһендәге ҡаты алыш барышында һәләк була. Шул ауылда ерләнгән[1].

Атаһы Фәсхетдинов Латип тип күрһәтелгән, Иҫке Сибай ауылында йәшәгән[3].