Ғафаров Алмас Айрат улы
Алмас Айрат улы Ғафаров (рус. Алмас Айратович Гафаров; 1968 йылдың 19 июне, Сибай, Башҡортостан Республикаhы) — Рәсәй йырсыһы, ҡурайсы, һәүәҫкәр композитор, продюсер һәм мәҙәниәт эшмәкәре, «АНТ» төркөмөн ойоштороусы һәм күп йыллыҡ художество етәксеһе. Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы (2022), Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1997), Башҡортостан Республикаһының Шәйехзада Бабич исемендәге йәштәр дәүләт премияһы лауреаты (1998)[1].
Биографияһы
1968 йылдың 19 июнендә Сибай ҡалаһында тыуған.
1970 йылда ғаиләһе Өфө ҡалаһына күсеп килә. 1975—1985 йылдарҙа Өфө ҡалаһының 20-се башҡорт мәктәбендә (хәҙер Фатима Мостафина исемендәге Башҡорт гимназияһы) уҡый. Мәктәпте тамамлағандан һуң Башҡорт дәүләт университетының тарих факультетына уҡырға инә. Студент йылдарында үҙешмәкәр сәнғәт менән әүҙем шөғөлләнә һәм «Һай, Уралым» йырын ижад итә.
1987 йылда хәрби хеҙмәткә саҡырыла һәм Кавказ төбәгендә хеҙмәт итә. Армиянан ҡайтҡас ижади эшмәкәрлеген дауам итә[2].
1989 йылда ағаһы Илдар Ғафаров һәм Урал Иҙелбаев менән берлектә «Аманат» музыкаль төркөмөн ойоштора. 1990 йылда коллективҡа ҡурайсы Роберт Юлдашев ҡушыла. «Һай, Уралым» йыры төркөмдөң тәүге киң билдәле әҫәрҙәренең береһе була һәм һуңыраҡ «Аманат дуҫтарын йыя» фестиваленең гимнына әйләнә.
1991 йылда «Аманат» төркөмө бер нисә ижади коллективҡа бүленә. Алмас Ғафаров «АНТ» төркөмөн ойоштора һәм уның етәксеһе була. Коллектив Башҡортостанда һәм Рәсәйҙең төбәктәрендә гастроль эшмәкәрлеге алып бара.
2001 йылдан Өфө ҡалаһы хакимиәтенең мәҙәниәт системаһында эшләй. 2003 йылдан Өфө ҡалаһының Мәҙәниәт һарайы солисы, «Аманат» музыкаль студияһының художество етәксеһе һәм «АНТ» төркөмө етәксеһе булып эшләй[3].
Ижади эшмәкәрлеге
Алмас Ғафаров йырсы, ҡурайсы һәм автор-башҡарыусы булып эшләй. Ул ижады башҡорт халыҡ музыкаһы традицияларына һәм заманса эстрада алымдарына таяна.
«АНТ» төркөмө репертуарында 100-ҙән ашыу йыр бар. Улар араһында «Бүләк», «Шайморатов генерал», «Һалдат йыры», «Башҡортостан», «Йондоҙом», «Сибай», «Усаҡ», «Күбәләк», «Әҡлимә» һәм башҡа әҫәрҙәр бар[4].
Алмас Ғафаров үҙе лә яҡынса 60 йыр авторы булып тора. Ул «Һай, Уралым», «Тыуған ҡалам — Сибай», «Һылыуҡай», «Йүгереп…», «Ҡыш бабай» һәм башҡа йырҙарҙы башҡара.
Ҡурайсы булараҡ бейеү көйҙәре, попурри һәм сюиталар башҡара. Коллектив шулай уҡ С. Низаметдинов, З. Исмәғилев, Р. Хәсәнов, И. Хәлилов, А. Ҡобағошов, И. Дилмөхәмәтов һәм башҡа композиторҙарҙың әҫәрҙәрен, шулай уҡ башҡорт халыҡ йырҙарын башҡара.
1991 йылдың майында Алмас Ғафаров һәм Рәмил Ихсанов «АНТ» фолк-рок-төркөмөн ойошторҙо. Дуэттың тәүге концерты Башҡортостан Республикаһының Ишембай районы Әхмәр ауылында үтте[3].
2024—2026 йылдарҙа Рәмил Ихсанов менән махсус хәрби операция зонаһында дауаханаларҙа сығыш яһаны[5][6].
- Билдәле йырҙары
- «Һылыуҡай» (2018), «Сәсәкәләр уяныр» (2020), «Бүләк» (2020), «Ай, былбылым» (2020), «Яңы йыл килә, значит Новый год» (2020), «Күп һайлама сәскәләрҙе» (2021) һәм башҡалар[7].
Ғаиләһе
Тәүге никахында тыуған улы — Искәндәр, пианист (рус.)баш., халыҡ-ара музыка конкурстары лауреаты[8]. Икенсе никахында ике ҡыҙ үҫтерә. Әсәһе — Сәбилә Сөләймәнова. Ағаһы — Илдар Ғафаров.
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа наградалары
- Бөтә Рәсәй «Ағиҙел» авторлыҡ йыры фестивале лауреаты (1990);
- Бөтә Рәсәй ансамблдәр фестивалендә I урын (Красноярск, 1994);
- Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1997);
- Башҡортостан Республикаһының Шәйехзада Бабич исемендәге йәштәр дәүләт премияһы лауреаты (1998);
- Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы (2022)[9];
- төрлө кимәлдәге утыҙҙан ашыу Рәхмәт хаты һәм маҡтау ҡағыҙҙары менән бүләкләнгән.
Иҫкәрмәләр
- ↑ Тыуған көнөң менән, Алмас! (рус.). 25 июнь 2026 тикшерелгән.
- ↑ «Атай, ҡурай ебәрсе!» (рус.). 25 июнь 2026 тикшерелгән.
- ↑ 1 2 Группа АНТ (рус.). 25 июнь 2026 тикшерелгән.
- ↑ "Ант" дуҫтарын йыя!, Башҡортостан гәзите | Газета Башкортостан на башкирском языке официальный сайт. 25 июнь 2026 тикшерелгән.
- ↑ Ратмир Мавлиев рассказал о поездке в зону СВО (рус.). 25 июнь 2026 тикшерелгән.
- ↑ В зону СВО приехала выступать фолк-группа «АНТ» из Башкирии. МК.ру Уфа (4 апрель 2026). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 25 июнь 2026.
- ↑ Алмас Гафаров. MuzJam. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 25 июнь 2026.
- ↑ Әлегә тик беренселек юлдаш (рус.). 25 июнь 2026 тикшерелгән.
- ↑ Радий Хабиров в День работника культуры наградил выдающихся представителей отрасли (рус.). 25 июнь 2026 тикшерелгән.