Вәлитов Алтынай Үлмәҫбай улы
Вәлитов Алтынай Үлмәҫбай улы (рус. Валитов Алтынай Ульмасбаевич; 11 апрель 1992 йыл, Башҡортостандың Бөрйән районы Байназар ауылы) — Рәсәй рэперы һәм блогеры. Йырҙарын башлыса башҡорт телендә башҡарыусы[1].
2024 йылдың башында Рәсәй Федерацияһы Генераль прокуратураһы Вәлитовтың Росфинмониторинг тарафынан экстремизм һәм терроризмға ҡағылышы булған кешеләр исемлегенә индерелгән[2] Фаил Алсыновты яҡлаған белдереүҙәрен тикшерә башлай. Хоҡуҡ һаҡлау органы хеҙмәткәрҙәре уның өйөндә үткәргән тентеүҙәрҙән һуң, Вәлитов Төркиәгә китә[1].
Биографияһы
Алтынай Үлмәҫбай улы Вәлитов 1992 йылдың 11 апрелендә Башҡортостандың Бөрйән районы Байназар ауылында тыуған. Бала сағында бейеү, атап әйткәндә, брейк-данс менән шөғөлләнә. Башҡортостан республика мәҙәниәт һәм сәнғәт колледжының эстрада ижады бүлеген тамамлаған.
2013 йылда «Россия-1» телеканалының «Ҙур бейеүҙәр» конкурслы күмәк бейеү телевизион шоу проектына кастинг үтә, ярым финалға барып етә.
Башҡортостанда һәм Рәсәйҙең башҡа төбәктәрендә концерттар менән сығыш яһай. Башлыса, милли инструменттарҙа башҡарылған көйҙәргә ҡушылып, башҡорт телендә рэп башҡара[1].
2024 йылдың ғинуарында Рәсәй Федерацияһының Генераль прокуратураһы А. Вәлитовтың экстремист Фаил Алсыновты яҡлап яһаған белдереүҙәрен тикшерә башлай. Бынан һуң бер ай ҙа үтмәй, Вәлитов интернет селтәрҙәренә ҡуйған видеояҙмаһында үҙенең Төркиәгә киткәнен хәбәр итә[3].
Ижады
Алтынай Вәлитов үҙен бейеүсе, акробат, рэпер һәм блогер тип атай.
Иң билдәле хиттары:
• Башҡорт сәй эсә!
• Атай
• Мыжыма
• Батыр
һәм башҡалар[4]
Шәхси тормошо
• Буласаҡ ҡатыны Алһыу менән Алтынай социаль селтәрҙә таныша. 2023 йылдың майында уларҙың ҡыҙы тыуа[2].
Иҫкәрмәләр
- ↑ 1 2 3 Алтынай Валитов: обыски, побег за границу и концерт с Элвином Греем. Яндекс Дзен. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 28 ғинуар 2024.
- ↑ 1 2 Алтынай Валитов. 24SMI. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 28 ғинуар 2025.
- ↑ «В Казахстане я обрел новых друзей»: уехавший певец Алтынай Валитов выставил дом под Уфой на продажу. 28 ғинуар 2025 тикшерелгән.
- ↑ «МТС Музыка». Алтынай Валитов. рэп и хип-хоп. Популярные треки
Һылтанмалар
• Башкирский рэп и концерты с Элвином: что известно о певце, к которому ломились домой после поддержки Алсынова. Сетевое издание «Уфа1.ру». 20 января 2024 года (рус.) (Тикшерелеү көнө: 6 февраль 2025)
• Чарт «МТС Музыки». Исполнители. Алтынай Валитов. рэп и хип-хоп (Тикшерелеү көнө: 6 февраль 2025)