Шаһиев Альберт Хызыр улы
Биографияһы
Альберт Хызыр улы Шаһиев (шулай уҡ Хазар улы Шәһиев формаһы ла ҡулланыла) 1959 йылдың 14 авгусында Ишембай ҡалаһында тыуған.
1977 йылдан алып Ишембайҙың төрлө предприятиеларында һәм учреждениеларында эшләй.
1995 йылдан башлап Стәрлетамаҡ филармонияһы солисы.
2000 йылдан Стәрлетамаҡ башҡорт драма театры артисы булып эшләй.
2013 йылдан алып хеҙмәт юлы Стәрлетамаҡ театр‑концерт берләшмәһендә дауам итә, артист‑вокалист (солист).
Ижади эшмәкәрлеге
Шаһиев Альберт Хызыр улы халыҡ йырҙарын милли традицияларға таянып башҡара. Тауышы йомшаҡ тембрлы, үҙенсәлекле, башҡарыуы тәьҫирле, ихлас.
Репертуары
- башҡорт халыҡ йырҙары: « Абдрахман кантон», "Буранбай ", "Ҡаһым түрә ", "Ҡолой кантон ", "Сибай ", "Сәлимәкәй ", "Уйыл ", «Урал» һ.б.
- З.Ғ.Исмәғилевтең «Салауат Юлаев» операһынан Салауат Юлаев, Ғ.С.Әлмөхәмәтов, С.Ғәбәши һәм В. И. Виноградовтың «Эшсе» («Рабочий») операһынан Ниғмәт ариялары;
- З.Ғ. Исмәғилев, Т. Ш.Кәримов, Ш. З.Ҡолбарисов, С. Л.Сәсәнбаев, Х. Ф.Әхмәтов , Р. М. Яхин һәм башҡаларҙың йырҙары һәм романстары.
Бөтә донъя халыҡ ижады фестивалендә (Рен ҡалаһы, Франция, 2000), Халыҡ‑ара ойвакэ фестивалендә (Саппоро ҡалаһы, Япония, 2004) ҡатнаша. Рәсәй һәм Франция буйлап гастролдәрҙә була.
Республика үҙешмәкәр ижад фестивале (1976), Ғ. Әлмөхәмәтов исемендәге призға йәш йырсылар конкурсы (1981; икеһе лә — Өфөлә), Халыҡ‑ара башҡорт һәм татар йырҙарын башҡарыусыларҙың «Дуҫлыҡ йыры» фестивале (Нефтекама ҡалаһы, 1995) лауреаты.
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
- Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы (1998)
- Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы (2008).
Сығанаҡтар
- ШӘҺИЕВ Альберт Хазар улы 2019 йылдың 14 август көнөндә архивланған.
- История и культура Башкортостана
Иҫкәрмәләр
- ↑ Список награждённых (культура). 2021 йылдың 27 февраль көнөндә архивланған.