Аралбай (исем)

Disambig.svg
РУВИКИ — интернет энциклопедия мәғлүмәте
Викидата элементы юҡ

Аралбай — башҡорт ир-ат исеме.

Этимологияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Аралбай — Арал (ҙур булмаған утрау) + бай һүҙҙәре ҡушылып төҙөлгән башҡорт исеме[1].

Билдәле кешеләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Аҡсулпанов Аралбай Күсәрбай улы — хәрби эшмәкәр. 1812 йылғы Ватан һуғышында һәм Рус армияһының сит илгә 1813—1814 йылдарҙағы походтарында ҡатнашҡан. 2-се Башҡорт атлы полкының ғәскәр старшинаһы, подпоручик (1812).

Фамилияла[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Ҡәҙим Аралбай (тулы исеме — Аралбаев Ҡәҙим Әбделғәлим улы; 1 сентябрь 1941 йыл) — шағир, йәмәғәт эшмәкәре. 1993—2001 һәм 2009—2012 йылдарҙа «Китап» нәшриәтенең баш мөхәррире, директоры. 2002—2008 йылдарҙа Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитетының рәйес урынбаҫары. Башҡортостандың халыҡ шағиры (2011), Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1991). Башҡортостан Республикаһының Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы (1996) һәм әҙәби премиялар лауреаты. Салауат Юлаев ордены кавалеры (2021).

Аралбаева Әминә Кәшфи ҡыҙы (22 май 1928 йыл — 27 октябрь 2014 йыл) — башҡорт актёры, театр белгесе. 1950 йылдан СССР Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (1999).

Аралбаева Ләйлә Ҡәҙим ҡыҙы (14 март 1977 йыл) — журналист, музыка белгесе. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының мәҙәниәт буйынса күҙәтеүсеһе. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (2019). Журналистика өлкәһендә республика һәм халыҡ-ара ТӨРКСОЙ конкурстары премияһы лауреаты.

Ауылдар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Аралбай — Башҡортостан Республикаһы Бөрйән районы Иҫке Монасип ауыл Советының бөткән ауылы. Перспективаһыҙ ауылдарҙы бөтөрөү сәйәсәте башланғас, Аралбай ауылы халҡын Яңы Монасип ауылына күсерәләр.

Аралбай (рус. Аралбай) — Башҡортостандың Күгәрсен районындағы ауыл.

Аралбай (рус. Аралбаево) — Башҡортостандың Йылайыр районындағы ауыл.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Сығанаҡтар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Яңы сығанаҡ өҫтәү өсөн «Ҡалып:Исемдәр донъяһында» сәхифәһен үҙгәртегеҙ