Дәүләтбәков Артур Хәсән улы
Артур Хәсән улы Дәүләтбәков (рус. Артур Хасанович Давлетбаков; 1971 йылдың 25 ғинуары, Үтәғол, Башҡорт АССР-ы) — журналист, матбуғат һәм йәмәғәт эшмәкәре. 2006 йылдан «Йәшлек» гәзитенең баш мөхәррире. 2010—2020 йылдарҙа Башҡортостан Журналистар союзы рәйесе. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре (2016), Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенең Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премияһы лауреаты (2025).
Биографияһы
Дәүләтбәков Артур Хәсән улы 1971 йылдың 25 ғинуарында Башҡорт АССР-ының[1] Ейәнсура районы Үтәғол (Ҡыуат) ауылында тыуған. Беренсе класты Ибрай мәктәбендә уҡый, артабан Иҙәш ауылына күсеп баралар. 1987 йылда Өфө ҡалаһындағы 1-се интернат—мәктәпте (1994 йылдан Рәми Ғарипов исемендәге 1-се Башҡорт республика гимназия-интернаты) тамамлай[2]. Шул уҡ йылда Өфө авиация институтына уҡырға инә. Күңеле тел һәм әҙәбиәткә нығыраҡ тартылғанға, икенсе йылда уҡ Башҡорт дәүләт университетының башҡорт филологияһы һәм журналистика факультетына күсә.
- 1995—2002 йылдар — республиканың йәштәр өсөн сыҡҡан «Йәшлек» гәзите хәбәрсеһе.
- 2002 йыл — «Башҡортостан ҡыҙы» журналының мөхәррир урынбаҫары.
- 2002 йыл — «Аманат» журналы мөхәррире.
- 2006 йыл — «Йәшлек» гәзитенең баш мөхәррире.
2016 йылда «Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре» тигән маҡтаулы исем бирелә[3].
«Бельские просторы» журналында баҫылған «Өфө — Донбасс: беҙгә был юлдарҙы оноторға ярамай» исемле юл яҙмалары өсөн 2025 йылдың октябрендә Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенең Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премияһына лайыҡ була[4].
Йәмәғәт эшмәкәрлеге
- Рәсәй Журналистар союзының Федератив советы ағзаһы (2016)[5].
- Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының башҡарма комитет ағзаһы[6].
- 2010 йылда, Башҡортостан Республикаһы Журналистар союзының сираттан тыш үткән съезында союз идараһы рәйесе итеп һайлана[7]. 2015 йылдың 21 декабрендә Башҡортостан Журналистар союзының XX съезында был ижади ойошманың рәйесе итеп Артур Дәүләтбәков яңынан һайлана[8]. Был вазифаны ул 2020 йылдың декабренә тиклем башҡара[9].
- «Берҙәм Рәсәй» Бөтә Рәсәй сәйәси партияһы яҡлыларҙың Башҡортостан төбәк координацион советы ағзаһы[10].
- Башҡортостан Республикаһы Башлығы ҡарамағындағы Башҡортостан Республикаһы үҫешенә ҙур өлөш индергән эшмәкәрҙәрҙең иҫтәлеген мәңгеләштереү һәм уларҙы хөрмәтләү мәсьәләре буйынса комиссия ағзаһы[11].
Китаптары
- Интернат мой — дом родной. Коллектив авторов: Кудакаев Ф. Ш., Галимова Г. Г., Давлетбаков А. Х.[12]
Матбуғатта сығыштары
- Уфа – Донбасс: нам дороги эти позабыть нельзя... Журнал «Бельские просторы», 2025 год (рус.) (Тикшерелеү көнө: 21 октябрь 2025)
- Артур Давлетбаков: «Престиж профессии журналиста нужно поднимать». «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, 2011, 16 сентябрь[13].
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
- Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре (2016);
- Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенең Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премияһы (2025).
Ғаиләһе
- Әсәһе Фәниә Заһит ҡыҙы — башланғыс синыфтар уҡытыусыһы, атаһы Хәсән Ғәлиәкбәр улы — тарих уҡытыусыһы.
- ҡатыны Лилиә Дәүләтбәкова, тәржемәсе, матбуғат хеҙмәткәре.
Иҫкәрмәләр
- ↑ Хәҙер Башҡортостан Республикаһы.
- ↑ Рәми Ғарипов исемендәге 1-се Башҡорт республика гимназия-интернаты сайты. Выпускники (рус.) (Тикшерелеү көнө: 11 октябрь 2016)
- ↑ Башҡортостан Башлығы республика журналистарына наградалар тапшырҙы (башҡ.). «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы (15 сентябрь 2016). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 21 октябрь 2025.
- ↑ Элина Ахметова. В Башкирии назвали лауреатов премии имени Шагита Худайбердина. ИА «Башинформ» (21 октябрь 2025). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 21 октябрь 2025. (рус.)
- ↑ Официальный сайт Союза журналистов России. Члены Федеративного Совета 2016 йылдың 17 сентябрь көнөндә архивланған. (рус.) (Тикшерелеү көнө: 1 октябрь 2016)
- ↑ Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының рәсми сайты. Члены исполкома (рус.) (Тикшерелеү көнө: 15 сентябрь 2016)
- ↑ Председателем Правления Союза журналистов Башкортостана избран Артур Давлетбаков. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, 2010, 29 сентябрь (рус.)
- ↑ Республиканың Журналистар союзы рәйесе итеп йәнә Артур Дәүләтбәков һайланды. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, 2015, 21 декабрь
- ↑ На XXII съезде Союза журналистов Башкортостана выбрали нового председателя. ИА «Башинформ», 15 декабря 2020 года (рус.) (Тикшерелеү көнө: 15 декабрь 2020)
- ↑ Официальный сайт партии «Единая Россия» Региональное отделение Республика Башкортостан. Давлетбаков Артур Хасанович 2017 йылдың 6 май көнөндә архивланған. (рус.) (Тикшерелеү көнө: 11 октябрь 2016)
- ↑ Электронный фонд правовой и нормативно-технической документации. Указ Президента Республики Башкортостан от 28 июля 2012 года N УП-318 О Комиссии при Президенте Республики Башкортостан по вопросам увековечения памяти и чествования выдающихся деятелей, внесших значительный вклад в развитие Республики Башкортостан (с изменениями на: 21.11.2014) (рус.) (Тикшерелеү көнө: 11 октябрь 2016)
- ↑ КОНКУРСЫ. Претенденты на журналистскую премию определены Газета «Республика Башкортостан», № 174, 2005, 9 сентябрь. 2016 йылдың 4 март көнөндә архивланған. (рус.) (Тикшерелеү көнө: 11 октябрь 2016)
- ↑ ИА «Башинформ», 2011, 16 сентябрь (рус.) (Тикшерелеү көнө: 11 октябрь 2016)
Һылтанмалар
- «Информационное агентство Интерфакс». Казённое предприятие Республики Башкортостан «Редакция газеты "Йәшлек"» (рус.) (Тикшерелеү көнө: 21 октябрь 2025)