Арыҫлан (Ҡурған өлкәһе)
Арыҫлан (рус. Арасланова) — Рәсәй Федерацияһы Ҡурған өлкәһе Шучье районы ауылы. Сухоборское ауыл советы составына керә.
География
Ауыл район үҙәге Щучье ҡалаһынан 12 км көньяҡтараҡ Арыҫлан күле буйында урынлашҡан.
Тарих
Тәүге тапҡыр 1776 йылда телгә алына[2]. Революцияға тиклем Арыҫлан ауылы Ырымбур губернаһы Силәбе өйәҙе Ҡалмаҡ улусы ҡарамағында була[2].
1923 йылда Урал өлкәһе ойошторолғас, Арыҫлан ауылы Силәбе округы Һарт-Ҡалмаҡ районының Әптекәй ауыл советы составына керә. 1924 йылда Һарт-Ҡалмаҡ районының исеме Ялан районы тип үҙгәртелә. 1930 йылда Ялан районы бөтөрөлгәс, Арыҫлан ауылы Щучье районына керә. 1934 йылда Щучье районы Силәбе өлкәһе составына, ә 1943 йылда — Ҡурған өлкәһе составына инә.
Халыҡ һаны
| 1795 | 1834 | 1866 | 1900 |
|---|---|---|---|
| 49 | 78 | 178 | 222 |
| 2004 | 2010[1] |
|---|---|
| 174 | ↘136 |
1926 йылғы йән иҫәбен алыу мәғлүмәттәренә ярашлы ауылда 238 кеше теркәлгән, уларҙың 220 — башҡорттар, 18 — урыҫтар.
2002 йылғы йән иҫәбен алыу мәғлүмәттәренә ярашлы ауылда башлыса башҡорттар (95 %) йәшәй[3].
Инфраструктура
Ауылда башланғыс белем биреү мәктәбе бар.
Иҫкәрмәләр
- ↑ 1 2 Всероссийская перепись населения 2010 года. Численность населения Курганской области. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 21 июнь 2014. Архивировано 21 июнь 2014 года.
- ↑ 1 2 Урал аръяғы Ырымбур губернаһы башҡорттары // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- ↑ Мурзабулатов М. В., Шитова С. Н., Юсупов Р. М. Зауральские башкиры // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: Башҡорт энциклопедияһы (ғилми-нәшриәт комплексы), 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-306-8.
Һылтанмалар
- Арасланова // Населённые пункты Башкортостана. Энциклопедия / Авт.-сост.: Г. З. Кутушев [и др.]. — Уфа: Акирус, 2022. — 863 с. — ISBN 9785604437995.