Африканы колониаль бүлеү

А́фриканы бүлеү, шулай уҡ Африка өсөн ярыш йәки Африка өсөн көрәш (ингл. Scramble for Africa, франц. Partage de l'Afrique, порт. Partilha de África) — Беренсе донъя һуғышы алдынан булған осорҙа Европаның бер нисә империалистик державаларҙың Африкала яңы территорияларҙы баҫып алырға йүнәлтелгән тикшеренеү эштәрен һәм хәрби операцияларҙы уҙғарыуҙың киҫкен көнәркәшлек дәүере.

undefined

Ключевые эпизоды

Бындай эшмәкәрлек электә булыуына ҡарамаҫтан, иң киҫкен көнәркәшлек яңы империализм дәүерендә, бигерәктә 1884 йылғы Берлин конференцияһының Генераль актын ҡабул иткәндән һуң йәйелгән.

«Африка өсөн көрәштең» кльминацияһы тип Фашодтағы ваҡиға иҫәпләнә, ул 1898 йылда Британ империяһын һәм Францияны һуғыш сигенә еткергән.

1902 йылға ҡарай Европа державалары Африка территорияһының 90 % контролдә тотҡан. Сахара сүленән көньяҡтараҡ Африкала тик Либерия (АҠШ патронлығы аҫтында) һәм Эфиопия (итальяндарҙан бойондороҡһоҙлоғон һаҡлаған) үҙаллылыҡ һаҡлап ҡалған.

XIX быуат аҙағына ҡарай Африканы бүлеүгә йәш дәүләт — Италия короллеге ҡушылған, ул был ҡитғала ресурстар сығанаҡтарын күргән. Бигерәктә уны көсһөҙләнеп барған Ғосман империяһының Африка биләмәләре һәм Африка Мөгөҙө территориялары ҡыҙыҡһындырған, сөнки уларҙа көсһөҙ мосолман солтанлыҡтары урынлашҡан.

Африканы колониаль бүлеү Беренсе донъя һуғышы башланған йылда тамамланған, был ваҡытта Бөйөк Британия Мысырҙы рәсми рәүештә аннексиялаған. Быға тиклем ике йыл алда Фес килешеүе буйынса Франция менән Испания араһында Марокко бүленгән, ә Италия итальян-төрөк һуғышы һөҙөмтәһендә Ливия өҫтөнән контроль алған.

Карталар

Метрополиялар буйынса Африка колониялары (1900 йыл буйынса)

Бельгия

Конго ирекле дәүләте (1908 йылдан Бельгия Конгоһы, хәҙер Конго Демократик Республикаһы)

Германия (1919 йылға тиклем)

Герман Көнсығыш Африкаһы
Руанда-Урунди (1919 йылдан Бельгияның мандаты, хәҙерге Бурунди һәм Руанда)
Танганьика (1919 йылдан Бөйөк Британияның мандаты, хәҙер Танзанияның өлөшө)
Герман Көньяҡ-Көнбайыш Африкаһы (1919 йылдан Көньяҡ Африка Берлегенең мандаты, хәҙер Намибия)
Герман Көнбайыш Африкаһы
Герман Камеруны (1919 йылдан Францияның мандаты, хәҙер Камерун)
Тоголенд (1919 йылдан Франция һәм Бөйөк Британия араһында бүленгән, хәҙер Того)

Италия

Итальян Төньяҡ Африкаһы (1934 йылдан Ливия)
Триполитания
Киренаика
Феццан
Эритрея
Итальян Сомалиһы (хәҙер формаль рәүештә Сомалиҙың өлөшө)

Бойондороҡһоҙ дәүләттәр

Либерия
Абиссиния (Эфиопия)

Халыҡ-ара зона (1923—1956)

Танжер халыҡ-ара зонаһы Бөйөк Британия, Франция, Германия һәм 1928 йылдан Италияның берҙәм идаралығы аҫтында булған. Хәҙерге Марокконың бер өлөшө.

Шулай уҡ ҡарағыҙ

Әҙәбиәт

Категориялар