Аҙнабаев Йәнғәле Ғиззәт улы

Аҙнабаев Йәнғәле Ғиззәт улы (рус. Азнабаев Янгали Гиззатович; 1913 — 6.07.1942) — 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы 294-се полкында пулемётсы булып хеҙмәт итә. Ҡыҙылармеец[1].

Биографияһы

Йәнғәле Ғиззәт улы Аҙнабаев 1913 йылда Ырымбур губернаһы Орск өйәҙе Байғусҡар (хәҙер — Башҡортостан Республикаһы Хәйбулла районы) Байғусҡар ауылында тыуған.

1941 йылда Хәйбулла районы хәрби комиссариаты Эшсе-Крәҫтиән Ҡыҙыл Армияһы сафына саҡыра.

Ҡыҙылармеец Аҙнабаев Йәнғәле Ғиззәт улы 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы 294-се полкында пулемётсы булып хеҙмәт итә.

1942 йылдың 6 июлендә ҡаты һуғыш барышында һәләк була. Рәсәй Федерацияһының Курск өлкәһе Большеполянский районындағы (хәҙер — Липецк өлкәһе Тербун районы) Алёшки ауылында ерләнә[1].

Хәтер

Аҙнабаев Йәнғәле Ғиззәт улының исеме Башҡортостанда нәшер ителгән баҫмаларҙа[2] һәм БР-ҙың Хәйбулла районы Байғусҡар ауылдында Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусылар хөрмәтенә ҡуйылған һәйкәлдәге исемлеккә индерелгән.