Аҙнағолов Нурмөхәмәт Дилмөхәмәт улы

РУВИКИ — интернет энциклопедия мәғлүмәте

РУВИКИ:Айырым мәҡәләләр/етем0

Гражданлығы
Заты ир-ат
Хәрби звание Капитан
Ғәскәр төрө кавалерия
Вафат булған урыны
Тыуған урыны
Вафат булған көнө 26 ноябрь 1942({{padleft:1942|4|0}}-{{padleft:11|2|0}}-{{padleft:26|2|0}})
Юғалтыуҙың хәрби классификацияһы яуҙа һәләк була[d]
Һуғыш/алыш
Һөнәр төрө яугир

Аҙнағолов Нурмөхәмәт Дилмөхәмәт улы (рус. Азнагулов Нурмухамет Дильмухаметович; ? — 26 декабрь 1942) — 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының комсомол эше буйынса политотдел (сәйәси бүлек) начальнигы ярҙамсыһы булып хеҙмәт итә. Капитан[1][2].

Нурмөхәмәт (Нурҡай) Дилмөхәмәт улы Аҙнағолов Башҡортостандың Бүздәк районында[3] тыуған.

Бүздәк районы хәрби комиссариаты Эшсе-Крәҫтиән Ҡыҙыл Армияһы сафына саҡыра.

Капитан Нурмөхәмәт Дилмөхәмәт улы Аҙнағолов 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының комсомол эше буйынса политотдел начальнигы ярҙамсыһы була.

1942 йылдың 26 ноябрендә һәләк була. Сталинград (хәҙер — Рәсәй Федерацияһының Волгоград өлкәһе) өлкәһе Алексеевка ауылында ерләнгән[4].

Аҙнағолов Нурмөхәмәт Дилмөхәмәт улының исеме Башҡортостанда нәшер ителгән баҫмаларҙа[5] һәм БР-ҙың Бүздәк районында Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусылар хөрмәтенә ҡуйылған һәйкәлдәге исемлеккә индерелгән[6].