Аҡбирҙин Нәжметдин Сәләхетдин улы

Аҡбирҙин Нәжметдин Сәләхетдин улы (рус. Акбердин, Назмитдин Салахитдинович; 1951 йылдың 11 декабре, Бәләкәй Моҡас, Башҡорт АССР-ы2022 йылдың 31 авгусы) — ауыл хужалығы механизаторы. СССР-ҙың дәүләт премияһы лауреаты (1984). III дәрәжә Хеҙмәт Даны ордены кавалеры (1983).

Биографияһы

Нәжметдин Сәләхетдин улы Аҡбирҙин 1951 йылдың 11 декабрендә Башҡорт АССР-ының Мәләүез районы Бәләкәй Моҡас ауылында тыуған[1]. Ҡотош һигеҙ ыллыҡ мәктәбен тамамлағандан һуң, 24-се махсус һөнәрселек-техник училищела тракторист һөнәрен үҙләштерә.

1968 йылдан Мәләүез районының М. Ғафури исемендәге колхозында эшләй. 1970 йылда Совет Армияһы сафына саҡырыла һәм 1972 йылға тиклем илдең Ҡораллы көстәрендә хеҙмәт итә[2]. Демобилизацияланғас тыуған хужалығына ҡайта. 1976 йылдан алып шәкәр сөгөлдөрө үҫтереү буйынса механизацияланған звено етәксеһе, 1988 йылдарҙа — бүлек идарасыһы, 2001—2008 йылдарҙа — механик.

1983 йылда Нәжметдин Аҡбирҙин звеноһы гектарынан 442 центнер шәкәр сөгөлдөрө ала[2].

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

  • СССР-ҙың дәүләт премияһы (1984);
  • III дәрәжә Хеҙмәт даны ордены (1983)[1];
  • «Унынсы биш йыллыҡ ударнигы» билдәһе;
  • «Социалистик ярыш еңеүсеһе» билдәһе;
  • ВЛКСМ Үҙәк комитетының «Алтын башаҡ» билдәһе;
  • СССР ВДНХ-һының ике көмөш миҙалы.

Иҫкәрмәләр

  1. 1 2 Акбердин Назмитдин Салахитдинович. bashenc.online. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 22 сентябрь 2025.
  2. 1 2 Стали Лауреатами Госпремии. Евченко Василий Акимович и Акбердин Назмитдин Салахитдинович — Библиографу.ру (билдәһеҙ). bibliografu.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 22 сентябрь 2025.

Тема буйынса өҫтәмә