Аҡъюл (исем)
Викидата элементы юҡ |
Аҡъюл — башҡорт ир-ат исеме. Башҡа төрки халыҡтарҙа ла бар.
Этимологияһы
Аҡъюл — аҡ һәм юл һүҙҙәре ҡушылып яһалған исем.[1]. Аҡ юл, хәйерле сәфәр, хәйерле юл тигән мәғәнәләр һалынған.[2]
Фамилия
Аҡъюлов Сәйфүн Сәғәҙәткирәй улы (18 февраль 1958 йыл) — хоҡуҡ һаҡлау органдары ветераны, отставкалағы эске хеҙмәт полковнигы. 2011—2018 йылдарҙа Язаны ғәмәлгә ашырыу буйынса Федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралыҡ етәксеһе урынбаҫары. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған юрисы. II дәрәжә «Ватан алдындағы ҡаҙаныштар өсөн» орденының миҙалы һәм Салауат Юлаев ордены кавалеры (2014).
Аҡъюлов Рәхим Вәлиулла улы (рус. Акюлов Рахим Валиуллович; 1906-) — 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының 313-сө кавалерия полкында пулемёт эскадроны пулемётсыһы.Ҡыҙылармеец.
Аҡъюлова-Ильясова Йомабикә Сәләхетдин ҡыҙы (1 ноябрь 1957 йыл) — дәүләт һәм матбуғат эшмәкәре, журналист һәм шағир. 1999—2013 йылдарҙа «Башҡортостан ҡыҙы» журналының баш мөхәррире. Башҡортостан Республикаһының дүртенсе (2008—2013 йылдар) һәм бишенсе (2013 йылдан) саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты, 2013 йылдан — Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай рәйесе урынбаҫары. 1985 йылдан СССР Журналистар союзы, 1995 йылдан — Башҡортостан Яҙыусылар союзы ағзаһы. Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған мәҙәниәт (2008) һәм Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт (2002) хеҙмәткәре. Салауат Юлаев ордены кавалеры (2017).
Аҡъюлов Исмәғил Исхаҡ улы — «Саҡрым-саҡрым ғүмер юлдары» исемле китап авторы.
Ауылдар
Аҡъюл (рус. Акъюлово) — Башҡортостандың Хәйбулла районындағы ауыл.
Иҫкәрмәләр
- ↑ Таңһылыу Күсимова. 2018 йылдың 16 май көнөндә [https://web.archive.org/web/20180516203613/http://bashklip.ru/site/kitap/isembashklip_ru.pdf архивланған. Исемдәр донъяһында. Башҡорт исемдәре һүҙлеге, башҡорт һәм рус телдәрендә. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1991. — 192 бит.
- ↑ Хисамитдинова Ф.Ғ., Төпәев С. Х. Төрки сығанаҡлы һәм төрки элементлы башҡорт исемдәре. — Өфө, 2006.
Сығанаҡтар
- Башҡорт исемдәре / Таңһылыу Күсимова, Cветлана Бикҡолова. — Өфө: Китап, 2005. – 224 бит.
- Күсимова Таңһылыу. Исемдәр донъяһында. Башҡорт исемдәре һүҙлеге, башҡорт һәм рус телдәрендә. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1991. — 192 бит.
- Сулейманова Р. А. Башкирско-русский словарь-справочник личных имен и фамилий. — Уфа, 2013. — 364 с. ISBN 978-5-91608-111-4.
- Тупеев С. Х. Башкирский именник. Справочник личных имен с написанием вариантов на русском и башкирском языках. — Уфа, 2004.
- Хисамитдинова Ф.Ғ., Султанова Р. И. Русско-башкирский словарь — справочник личных имен, отчеств, фамилий. — Уфа, 2004.
- Хисамитдинова Ф.Ғ., Төпәев С. Х. Төрки сығанаҡлы һәм төрки элементлы башҡорт исемдәре. — Өфө, 2006.
- Яңы сығанаҡ өҫтәү өсөн «Ҡалып:Исемдәр донъяһында» сәхифәһен үҙгәртегеҙ
![]() |
Күп мәғәнәле һүҙҙәрҙең исемлеге. Бында яңылыш башҡа биттән күсһәгеҙ, һылтанманы аныҡлағыҙ . Был биттә күп мәғәнәле һүҙҙәр исемлеге: |
![]() |
Аҙаш исемдәр исемлеге. |
![]() |
Башҡа мәғәнәләр. |
![]() |
Шулай уҡ: «Аҡъюл» һүҙенән башланған мәҡәләләрҙең тулы исемлеген ҡарағаҙ. |