Байбулатова Гөлфирә Ғәлимйән ҡыҙы

Байбулатова Гөлфирә Ғәлимйән ҡыҙы (рус. Байбулатова Гульфира Галимьяновна; 1974 йылдың 15 майы, Кесе Тәжәй, Башҡорт АССР-ы) — тел белгесе-ғалим, журналист, муниципаль орган хеҙмәткәре, йәмәғәтсе. 2023 йылдан Краснокама районы хакимиәтенең мәғариф бүлеге начальнигы урынбаҫары[1]. Филология фәндәре кандидаты (2010), доцент (2012). Башҡортостан Республикаһының мәғариф отличнигы.

Биографияһы

Гөлфирә Ғәлимйән ҡыҙы Байбулатова (ҡыҙ фамилияһы — Ханова) 1974 йылдың 15 майында Башҡорт АССР-ының Илеш районы Кесе Тәжәй ауылында тыуған.

1991 йылда, урта мәктәпте тамамлағандан һуң, Башҡорт дәүләт университетының башҡорт филологияһы һәм журналистика факультетына уҡырға инә.

1996 йылда юғары уҡыу йортон тамамлай һәм Нефтекама башҡорт-төрөк лицейында башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы булып хеҙмәт юлын башлай.

2003 йылдан Башҡорт дәүләт университетының Нефтекама филиалы башҡорт филологияһы кафедраһы өлкән уҡытыусыһы, 2012—2014 йылдарҙа — филология һәм журналистика кафедраһы доценты.

Артабан ошо юғары уҡыу йортоноң филология, журналистика һәм дөйөм гуманитар фәндәр кафедраһы доценты.

Гөлфирә Байбулатова — «Кама тулҡындары» (Нефтекама ҡалаһының «Красное знамя» ижтимағи-сәйәси гәзитенә ҡушымта) гәзитенең сығарыусы мөхәррире.

Хәҙерге ваҡытта Краснокама районы хакимиәтенең мәғариф бүлеге начальнигының төп эшмәкәрлек һәм милли мәсьәләләр буйынса урынбаҫары.

Ғилми эшмәкәрлеге

Уҡытыу-методик ҡулланмалары

  1. Башҡорт теленең практик курсынан программа
  2. Специальностары филолог булмаған студенттар өсөн башҡорт теленең практик курсынан программа.
  3. Башҡорт телен уҡытыу методикаһынан программа
  4. Башҡорт ауыҙ-тел ижадынан программа
  5. «Башҡортостан Республикаһы халыҡтары телдәре» дисциплинаһынан программа
  6. Тыуған яҡты әҙәби өйрәнеү дисциплинаһынан программа

Монографияһы

  1. «Башҡорт әҙәбиәтендә эпитеттарҙың тел һәм художество үҙенсәлектәре»

Уҡыу әсбаптары

  1. Ғәйнәләр: халҡым, телем, тарихым.
  2. Стилистика һәм әҙәби редакторлау (Стилистика и литературное редактирование)
  3. Региональ пресса (Региональная пресса)

Ғилми мәҡәләләре

  1. Байбулатова Г.Ғ. 85-се яҙ // Победа, которая будет жить в веках…: материалы конкурса творческих работ, посвящённого 70-летию Победы в Великой Отечественной войне и Году литературы в Российской Федерации (г. Нефтекамск, 01.02.2015 г. — 01.04.2015 г.). — Уфа: РИЦ БашГУ, 2015. — 137 с. — С. 14-17.
  2. Байбулатова Г.Ғ. Хәрби шофер // Победа, которая будет жить в веках…: материалы конкурса творческих работ, посвящённого 70-летию Победы в Великой Отечественной войне и Году литературы в Российской Федерации (г. Нефтекамск, 01.02.2015 г. — 01.04.2015 г.). — Уфа: РИЦ БашГУ, 2015. — 137 с. — С. 17-20.

Иҫкәрмәләр

  1. ↑ Байбулатова Гульфира Галимьяновна, заместитель начальника по основной деятельности и национальным вопросам. Муниципальное казенное учреждение «Отдел образования» Администрации муниципального района Краснокамский район Республика Башкортостан. Официальный сайт. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 24 сентябрь 2025.

Һылтанмалар