Байкова Римма Ивановна

Римма Ивановна Байкова (1925 йылдың 10 ғинуары, Ульяновск ҡалаһы2019 йылдың 16 июле, Өфө, Башҡортостан Республикаhы) — совет театр актёры. 1953—1996 йылдарҙа — Башҡортостан Республикаһы Рус дәүләт академия драма театры актёры. 1946 йылдан СССР-ҙың Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы. РСФСР‑ҙың (1974) һәм Башҡорт АССР‑ының (1966) атҡаҙанған артисы. Өсөнсө дәрәжә Сталин премияһы (1951) лауреаты, Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалеры (1971).

Биографияһы

1925 йылдың 10 ғинуарында Ульяновскиҙа тыуа.

Пенза драмтеатры драма студияһын тамамлағандан һуң (1951) бындағы А. В. Луначарский исемендәге драмтеатрҙа актриса булып эшләй (1951—1953). 1953 йылдан хәҙерге Рус дәүләт академия драма театрында (Өфө) эшләй.

2019 йылдың 16 июлендә Өфө ҡалаһында вафат була[2].

Театрҙағы ролдәре

  • «Таня», А. Н. Арбузов— Таня
  • «Последние», Максим Горький — Надежда Коломийцева
  • «На дне». М. Горький — Настя
  • «Без вины виноватые», А. Н. Островский — Елена Ивановна Кручинина
  • «Трактирщица», К. Гольдони — Мирандолина
  • «Ҡыҙ урлау», Мостай Кәрим — Туҡтабикә
  • «Күршеләр» Әсғәт Мирзаһитов — Хөрмә
  • «Ҡарға туйы», Һөйөндөк Сәйетов — Байрамбикә

Ғаиләһе

  • Тормош иптәше — Лев Аронович Бенин (1928—2012), Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған (1969) һәм халыҡ (1981) артисы[3].
  • Улы — Владислав Бенин (1954), педагог, культуролог. Философия фәндәре кандидаты (1984), педагогия фәндәре докторы (1996), профессор (1996). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре (2000), Рәсәй Федерацияһы юғары һөнәри белем биреүҙең почётный хеҙмәткәре (2006)[4][5].

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа наградалары

  • Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены (1971)
  • Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған артисы (1966)
  • РСФСР-ҙың атҡаҙанған артисы (1974)
  • Өсөнсө дәрәжә Сталин премияһы (1951) — П. Г. Маляревскийҙың «Канун грозы» спектаклендә Иркутскиҙың Н. П. Охлопков исемендәге академия драма театры сәхнәһендә ролдәр башҡарған өсөн

Һылтанмалар