Баймырҙа Бикҡужин
Заты | ир-ат |
---|---|
Һуғыш/алыш | |
Вафат булған көнө | 26 апрель 1945 |
Юғалтыуҙың хәрби классификацияһы | яуҙа һәләк була[d] |
Хәрби звание | рядовой |
Баймырҙа Бикҡужин (рус. Биккузин Баймурза) (? — 26 апрель 1945 йыл[1]) — Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы, гвардия рядовойы. 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы ҡылыссыһы[2][3].
Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Баймырҙа Бикҡужин Башҡортостандың Баймаҡ районы[2] Төрөкмән ауыл Советы[1] (хәҙер Күсей ауыл Советы) биләмәһендә тыуған. БАССР-ҙың Баймаҡ районы хәрби комиссариаты тарафынан Ҡыҙыл Армия сафына алына. 112-cе Башҡорт кавалерия (1943 йылдың февраленән 16-сы гвардия) дивизияһында хеҙмәт итә, «Память народа» сайтында аҙаҡҡы хеҙмәт урыны: ялан почтаһы 11622 тип күрһәтелгән, әлеге почта 16-сы гвардия кавалерия дивизияһының 58-се гвардия кавалерия полкына тап килә[3]. 1945 йылдың 26 апрелендә Германия территорияһындағы алышта һәләк була[4][5]. «Память народа» сайтындағы мәғлүмәттәрҙән: рядовой; исемлектән төшөрөү сәбәбе: яуҙа һәләк булған/хәбәрһеҙ юғалған; сығанаҡ фонды — Баймаҡ районы буйынса Башҡортостан Республикаһының Хәрби Комиссариаты бүлеге. Сайтта бирелгән документтан (14 бит) күренеүенсә, Баймырҙа Бикҡужиндың адресы тип Төрөкмән ауыл Советы күрһәтелгән[1], ерләнгән урыны күрһәтелмәгән. Шул уҡ сайттағы юғалтыуҙы дөрөҫләүсе документта — ҡатыны исеменә ебәрелгән рәсми хәбәрҙә Б. Бикҡужиндың Бранденбург провинцияһы Велефанец ауылында ерләнеүе тураһында әйтелә[1].
Былар ҡыҙыҡлы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Төрөкмән ауыл Советы биләмәһенә ҡараған Күсей ауылы элек Бикҡужа тип аталған. Был атама 1812 йылғы Ватан һуғышында ҡатнашҡан һәм көмөш миҙалға лайыҡ булған Танһыҡҡужа Бикҡужиндың атаһы хөрмәтенә бирелгән булған[6].
Хәтер[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Бикҡужин Баймырҙаның исеме Баймаҡ районының «Хәтер китабына» индерелгән[5].