Баймөхәмәтов Фәрит Зәкир улы
Баймөхәмәтов Фәрит Зәкир улы | |
---|---|
![]() | |
Тыуған көнө | 15 март 1921 (104 йәш) |
Тыуған урыны | Автономиялы Совет Башҡортостаны Республикаһының Дыуан-Ҡошсо кантоны (хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Салауат районы Лаҡлы ауылы |
Вафат булған көнө | 12 сентябрь 1993 (72 йәш) |
Вафат булған урыны | |
Гражданлығы |
![]() ![]() |
Эшмәкәрлеге | педагог, мәғариф, партия һәм урындағы башҡарма органдар хеҙмәткәре |
Балалары | Фларид (1.08.1945) |
Наградалары һәм премиялары |
Баймөхәмәтов Фәрит Зәкир улы (рус. Баймухаметов Фарит Закирович; 15 март 1921 йыл — 12 сентябрь 1993 йыл) — педагог, мәғариф, партия һәм урындағы башҡарма органдар хеҙмәткәре. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы, взвод командиры урынбаҫары, гвардия өлкән сержанты. 1-се (1985) һәм II дәрәжә Ватан һуғышы ордены кавалеры.
Биографияһы
Фәрит Зәкир улы Баймөхәмәтов 1921 йылдың 15 мартында Автономиялы Совет Башҡортостаны Республикаһының Дыуан-Ҡошсо кантоны[1] Лаҡлы ауылында тыуған[2].
Урындағы ете йыллыҡ мәктәптән һуң уҡыуын район үҙәге Ҡаратаулы ауылындағы урта мәктәптә дауам итә, уны 1941 йылда тамамлай. Бөйөк Ватан һуғышы башлағас, 22 класташының 17-һе һәм ағаһы, ике ҡустыһы менән бергә мобилизация буйынса Ҡыҙыл Армияға алына. Мәскәү янында, артабан Калинин фронты составында фашист илбаҫарҙарына ҡаршы ҡаты яуҙарҙа ҡатнаша, Великие Луки ҡалаһы янындағы алыштарҙың береһендә ауыр яралана. Оҙаҡ ҡына госпиталдә дауалана, һаулығы буйынса хәрби хеҙмәткә яраҡһыҙ тип табыла һәм демобилизациялана[2].
Тыуған ауылына ҡайтҡас, бындағы Хамматов исемендәге колхозда эшләй, хужалыҡтың комсомол, һуңынан партия ойошмаһы секретары, иҫәпсе була. 1953 йылда Лаҡлы ауыл советы башҡарма комитеты рәйесе итеп һайлана. Артабан Лаҡлы урта мәктәбендә уҡыта[2].
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
- I дәрәжә Ватан һуғышы ордены (1985)[3]
- II дәрәжә Ватан һуғышы ордены[2]
- «Хеҙмәт батырлығы өсөн» миҙалы[2]
- «Хеҙмәт ветераны» миҙалы[2]
Иҫкәрмәләр
- ↑ Хәҙер Башҡортостан Республикаһының Салауат районы
- ↑ 1 2 3 4 5 6 Энциклопедия Салаватского района Республики Башкортостан / К. К. Галеева. — Уфа: АКИРУС, 2024. — С. 690—691. — 800 с. (рус.) (Тикшерелеү көнө: 26 август 2024)
- ↑ Юбилейная награда Фарита Баймухаметова. Орден Отечественной войны I степени
Һылтанмалар
- Энциклопедия Салаватского района Республики Башкортостан / К. К. Галеева. — Уфа: АКИРУС, 2024. — С. 690—691. — 800 с. (рус.) (Тикшерелеү көнө: 26 август 2024)
- Музейный комплекс «Дорога памяти» 2020–2024. Баймухаметов Фарит Закирович
- POISK.RE — электронный банк документов периода Великой Отечественной войны. Фарит Закирович Баймухаметов
- Список участников Великой Отечественной войны и тружеников тыла Салаватского района Башкирии. БАЙМУХАМЕТОВ Фарит Закирович, 1921 г. р., с. Лаклы, НСШ, учитель
- 15 мартта тыуғандар
- 1921 йылда тыуғандар
- Алфавит буйынса шәхестәр
- Салауат районында тыуғандар
- 12 сентябрҙә вафат булғандар
- 1993 йылда вафат булғандар
- Салауат районында вафат булғандар
- I дәрәжә Ватан һуғышы ордены кавалерҙары
- II дәрәжә Ватан һуғышы ордены кавалерҙары
- Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусылар
- Уҡытыусылар
- Шәхестәр:Салауат районы
- «Хеҙмәт батырлығы өсөн» миҙалы менән бүләкләнгәндәр
- «Хеҙмәт ветераны» миҙалы менән бүләкләнгәндәр