Байназаров Булат Байназар улы

РУВИКИ — интернет энциклопедия мәғлүмәте
Дата исчезновения человека 10 июль 1942
Гражданлығы
Заты ир-ат
Хәрби звание Сержант и командир отделения[d]
Ерләнгән урыны
Тыуған көнө 1902
Һуғыш/алыш
Тыуған урыны
Ғәскәр төрө кавалерия

Байназаров Булат Байназар улы (1902 йыл (башҡа сығанаҡтар буйынса 1923 йыл[1]) — ?) — Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы, ҡыҙылармеец (башҡа сығанаҡтар буйынса сержант[2]. 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының 294-се кавалерия полкы отделениеһы командиры[2].

Булат Байназар улы Байназаров 1902 йылда (башҡа сығанаҡтар буйынса 1923 йылда) Ырымбур губернаһы Орск өйәҙе (хәҙер Башҡортостандың Баймаҡ районы) Түбәнге Мәмбәт ауылында (хәҙерге ваҡытта бөткән ауыл) тыуған. Ҡыҙыл Армия сафына Башҡорт АССР-ының Баймаҡ район хәрби комиссариаты тарафынан саҡырылған. 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы 294-се кавалерия полкы яугиры (башҡа сығанаҡтар буйынса элемтәселәр отделениеһы командиры[2]). Байназаров Булат Байназар улы буйынса документтарҙа төрлөлөк күҙәтелә: Тербуны туғанлыҡ ҡәберендә ерләнгән яугирҙар исемлегендә Байназаров Булат Байназар улы 1942 йылдың 7 июлендә хәбәрһеҙ юғалған, сержант, элемтәселәр отделениеһы командиры, 1923 йылғы, Баймаҡ районы Яңы Мәмбәт (Үрге Мәмбәт, булһа кәрәк) ауылынан, тип яҙылған[1].

1949—1950 йылдарҙа Липецк өлкәһенең Икенсе Тербуны ауылында Башкавдивизияның 246 яугиры туғанлыҡ ҡәберендә ерләнә. Ҡәберлек өҫтөндә таш һәйкәл — дүрт ҡырлы киҫелгән пирамида ҡуйыла. 1961 йылдың 2 майынын 11 майына тиклем обелиск янында теҙ сүккән яугир скульптураһы ҡуйыла[3]. 2018 йылдың 10 ноябрендә Башҡорт милли-мәҙәни «Аҡ тирмә» төркөмө (Мәскәү) башланғысы менән Рәсәй Федерацияһы ҡарамағындағы Башҡортостан Республикаһы тулы хоҡуҡлы вәкиллеге ярҙамында ҡәберлектәге һәйкәл яңыртыла: гипсобетон статуя урынында Урал оҫталары ижад иткән бронза һалдат фигураһы ҡалҡа, яңы обелискиҙа дивизия атлыларының тулы исемлеге яҙылды[3].