Батыршин Хәмит Дауыт улы

РУВИКИ — интернет энциклопедия мәғлүмәте
Дата исчезновения человека 10 июль 1942
Гражданлығы
Заты ир-ат
Хәрби звание Рядовой
Ерләнгән урыны
Тыуған көнө 1918
Һуғыш/алыш
Тыуған урыны
Ғәскәр төрө кавалерия

Батыршин Хәмит Дауыт улы (1918 йыл — ?) — Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы, ҡыҙылармеец. 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының 275-се кавалерия полкы 3-сө эскадроны 4 взводы ҡылыссыһы[1].

Хәмит Дауыт (башҡа сығанаҡтар буйынса Улип[1]) улы Батыршин 1918 йылда Ырымбур губернаһы Орск өйәҙе (хәҙер Башҡортостандың Баймаҡ районы) Фәйзулла ауылында тыуған[1] тыуған. Һуғыш башланғас, Башҡорт АССР-ының Баймаҡ районы хәрби комиссариаты тарафынан Ҡыҙыл Армияға саҡырыла. Данлыҡлы 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының 275-се кавалерия полкы 3-сө эскадроны 4 взводында ҡылыссы булып хеҙмәт итә. 1942 йылдың 10 июлендә Курск өлкәһендәге ҡаты алыштар барышында хәбәрһеҙ юғала[2]. Кире ҡайтармаҫлыҡ юғалтыуҙар исемлегендә Фәйзулла ауылында йәшәгән яугирҙың атаһы Батыршин Дауыт күрһәтелгән[3].

1949—1950 йылдарҙа Липецк өлкәһенең Икенсе Тербуны ауылында Башкавдивизияның 246 яугиры туғанлыҡ ҡәберендә ерләнә. Ҡәберлек өҫтөндә таш һәйкәл — дүрт ҡырлы киҫелгән пирамида ҡуйыла. 1961 йылдың 2 майынын 11 майына тиклем обелиск янында теҙ сүккән яугир скульптураһы ҡуйыла[4]. 2018 йылдың 10 ноябрендә Башҡорт милли-мәҙәни «Аҡ тирмә» төркөмө (Мәскәү) башланғысы менән Рәсәй Федерацияһы ҡарамағындағы Башҡортостан Республикаһы тулы хоҡуҡлы вәкиллеге ярҙамында ҡәберлектәге һәйкәл яңыртыла: гипсобетон статуя урынында Урал оҫталары ижад иткән бронза һалдат фигураһы ҡалҡа, яңы обелискиҙа дивизия атлыларының тулы исемлеге яҙылды[4].