Бачилин Семён Демьянович

Бачилин Семён Демьянович (10 октябрь 1915 йыл — 17 ғинуар (башҡа сығанаҡтар буйынса 29 ғинуар[1]) 1945 йыл) — Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы, гвардия лейтенанты[1][2]. 112 -се Башҡорт (16-сы гвардия Чернигов) кавалерия дивизияһы яугиры. Ҡыҙыл Йондоҙ ордены (1943) кавалеры.

Биографияһы

Семен Демьянович Бачилин 1915 йылдың 10 октябрендә Рәсәйҙең Орёл өлкәһе Лопашино ауылында[2] тыуған. 1940 йылда Мәскәүҙә Хәрби-диңгеҙ элемтәселәр мәктәбен тамамлай[2]. Ҡыҙыл Армия сафына Мәскәү ҡалаһының Сталин хәрби комиссариаты тарафынан алына. 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһында (1943 йылдың февраленән алып 16-сы гвардия Чернигов дивизияһы) хеҙмәт итә, 58-се гвардия кавалерия дивизияһының 2-се эскадронында 1-се ҡылыссылар взводы командиры була. 1943 йылда Ҡыҙыл Йондоҙ ордены менән бүләкләнә. 1945 йылдың 17 ғинуарында Германия территорияһында ҡаты яралана, 29 ғинуарҙа вафат була, Дортенау ауылында ерләнә[2].

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

  • Ҡыҙыл Йондоҙ ордены (1943)

Иҫкәрмәләр

Һылтанмалар