Баҙал (әҙәби-ижади берекмә)
| Викидата элементы тултырылмаған |
Баҙал әҙәби-ижади берекмәһе — Башҡортостан Республикаһы Бөрйән районында йәшәгән, шулай уҡ районда тыуып-үҫкән шағирҙар һәм прозаиктар берекмәһе
Тарихы
«Баҙал» әҙәби-ижади берекмәһе шағир һәм публицист Самат Мәһәҙи улы Ғәбиҙуллин инициативаһы буйынса 1967 йылда ойошторола. Тәүҙә 1966 йылда «Таң» гәзите биттәрендә әҙәби колонка булдыра. Ул ваҡытта гәзит редакцияһында Башҡортостан Республикаһының халыҡ шағиры Хәсән Назар, билдәле яҙыусы, Мөнир Сибәғәт улы Ишбулатов һәм Самат Мәһәҙи улы Ғәбиҙуллиндар эшләй.
«Базал» әҙәби-ижади берекмәһе менән С. М. Ғәбиҙуллин етәкселек итә, уға Бөрйән еренең иң матур һәм иң бейек тауы — Баҙал исемен бирә. Шул ваҡыттан алып «Таң» битендә «Баҙал» башы аҫтында яҡташтарыбыҙҙың шиғырҙары һәм хикәйәләре баҫыла башланы. Яңы башлап яҙыусыларҙың һәм шағирҙарҙың тәүге ижади эштәре донъя күрә.
Ижади берекмә райондың йәмәғәт тормошонда әүҙем ҡатнаша — унда Урал аръяғы агросәнәжет колледжы филиалы студенттары, халыҡ менән осрашыуҙар үткәрелә.
«Баҙал» әҙәби берекмәһе инициативаһы буйынса һәм муниципаль район хакимиәте ярҙамы менән районда сәсән Сабирйән Мөхәмәтҡолов һәм Самат Ғәбиҙуллин исемендәге премиялар булдырыла.
Етәкселәре
- Ғәбиҙуллин Самат Мәһәҙи улы
- Усманов Булат Нуриәхмәт улы
- Ғарифуллина Айһылыу Рәжәп ҡыҙы
- Йәһүҙин Инсур Ғәззәли улы
- Ғәләүетдинов Сәрүәр Әбүталип улы
Ағзалары
- Айһылыу Рәжәп ҡыҙы Ғарифуллина — урынбаҫар
- Таңһылыу Сәйфетдин ҡыҙы Баһауетдинова
- Булат Самат улы Тимерғәлиев
- Гүзәл Абдразаҡ ҡыҙы Һырлыбаева[1]
- Миңнур Мөхәмәтйән ҡыҙы Ҡасимова
- Гүзәл Әшрәф ҡыҙы Норотҡолова
- Флүр Сабирйән улы Газин[2][3][4][5]
- Зәйтүнә Шәһит ҡыҙы Айытбаева[6][7][8]
- Алһыу Ғәйфи ҡыҙы Алтынбаева[9] һ.б.
Матбуғатта
- Башҡортостан гәзите. 23 апрель 2021[10]
Сығанаҡтар
- "Базал", литературное объединение // Бурзянская энциклопедия / гл. ред. Г. М. Манапов. — Уфа: НИК «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2022. — С. 80. — 640 с. — ISBN 978-5-88185-512-2.
Иҫкәрмәләр
- ↑ [Сырлыбаева Гузель Абдразаковна // Бурзянская энциклопедия / гл. ред. Г. М. Манапов. — Уфа: НИК «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2022. — С. 501. — 640 с. — ISBN 978-5-88185-512-2.]
- ↑ Газин Флүр Сабирйән улы
- ↑ Кем ул тәбиғәт йырсыһы? Әлбиттә, Флүр!
- ↑ Һүрәттәрендә — йәнтөйәгебеҙҙең мең йәме
- ↑ Ағиҙел № 4 - 2022. Страница 85.
- ↑ Әсе һүҙ емеше
- ↑ Һағыныу
- ↑ Шиғри күстәнәс
- ↑ Тыуыр көнгә ышанысы ҙур
- ↑ Бөрйән — әҙәбиәтебеҙ бишеге