Ғарифуллина Айһылыу Рәжәп ҡыҙы

Айһылыу Рәжәп ҡыҙы Ғарифуллина (рус. Гарифуллина Айсылу Ражаповна; 1968 йылдың 1 ғинуары, Мәһәҙей, Башҡорт АССР-ы) — башҡорт шағиры. 2000 йылдан Рәсәй һәм Башҡортостан Республикаһының Яҙыусылар союздары ағзаһы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (2023).

Биографияһы

Айһылыу Рәжәп ҡыҙы Ғарифуллина 1968 йылдың 1 ғинуарында Башҡорт АССР-ының Бөрйән районы Мәһәҙей ауылында тыуған. Ул — туғыҙ балалы ишле ғаиләлә етенсе бала була.

Башланғыс белемде тыуған ауылындағы мәктәптә ала. Байназар урта мәктәбен тамамлағас, Белорет һөнәрселек училищеһендә тегенсе һөнәрен үҙләштерә. Артабан Башҡорт дәүләт университетының башҡорт филологияһы һәм журналистика факультетында уҡый. Ундағы «Шоңҡар» әҙәби-ижад түңәрәгендә әүҙем шөғөлләнә[1].

Университетты тамамлағас, хеҙмәт юлын тыуған районының Ҡолғана ауыл мәктәбендә башҡорт теле уҡытыусыһы булып башлай. Ун йылдан ашыу мәғәриф өлкәһендә эшләй. 2002 йылдан Бөрйән районы «Таң» гәзитендә бүлек мөдире.

«Гөрләүек», «Йондоҙ асам» шиғыр китаптары авторы. «Баҙал» ижади төркөмгә етәкселек итә. Әҙәбиәт өлкәһендә 80-се йылдарҙан. 2000 йылдан Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың Яҙыусылар союздары ағзаһы. Айһылыуҙың шиғырҙары дөйөм йыйынтыҡтарҙа донъя күрҙе, республика матбуғатында даими баҫылып тора.

2024 йылдың 26 майында Өфөлә үткән «Китап байрамы» халыҡ-ара китап йәрминкәһендә Айһылыу Рәжәп ҡыҙы Ғарифуллинаны «Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре» тигән маҡтаулы исем менән бүләкләнеләр[2].

Шағир хаҡында

Айһылыу Ғарифуллинаның ижады тәрән мәғәнәле образдарға, халыҡсан телгә һәм фәлсәфәүи фекергә бай тип баһалана. Әҙәбиәт белгестәре һәм шағирҙар уның шиғриәтендә башҡорт поэзияһының традициялары яңы биҙәктәр менән тулыланыуын билдәләй.

Шағирәнең ижадында тыуған Бөрйән тәбиғәте, мөхәббәт һәм рухи кисерештәр мөһим урын тота. Уның лирикаһы нескә хистәр, эске донъя тәрәнлеге һәм тел байлығы менән айырылып тора. Замандаштары Айһылыу Ғарифуллинаны талантлы шағирә, үткер ҡәләмле журналист, киң эрудициялы һәм милли мәсьәләләргә битараф булмаған шәхес булараҡ билдәләй.

Шиғырҙары халыҡсан моң һәм тел биҙәктәре менән айырылып тора, уларҙың ҡайһы берҙәре йырҙарға ла әүерелгән. Ижади һәм йәмәғәт эшмәкәрлеге аша ул башҡорт әҙәбиәте һәм матбуғаты үҫешенә үҙ өлөшөн индерә.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

  • Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (2023).

Китаптары

  • Гөрләүек.
  • Аҡ ҡауырһын: шиғырҙар йыйынтығы. — Өфө: Китап. — 1995. — б. 5—36.
  • Йондоҙ асам // Көмөш йөҙөк: шиғырҙар. — Өфө: Китап, 1997. — 6.5—66.
  • Күреп өлгөр инде // Башҡорт шиғриәте антологияһы. Боронғонан алып XX быуат аҙағына тиклемге осор — Өфө: Китап, 2001. — 793.
  • Ә мин һөйәм һаман… // Мөхәббәтнамә: шиғырҙар, — Өфө: Китап, 1997. — 6.220.
  • Успей увидеть. // Антология поэзии Башкортостана. Голоса веков. — Уфа: Китап, 2007. — С. 443-44[3].

Шиғырҙарына ижад ителгән йырҙар

Иҫкәрмәләр

  1. Шағирә Айһылыу Ғарифуллинаға - 55 йәш (башҡ.). Шоңҡар журналы (1 ғинуар 2023). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 28 февраль 2026.
  2. Айһылыу Ғарифуллина абруйлы исем менән бүләкләнде (башҡ.). Йёшлек (26 май 2024). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 28 февраль 2026.
  3. Гарифуллина Айсылу Ражаповна,поэтесса. ЦБС МР Бурзянского района РБ. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 28 февраль 2026.

Сығанаҡтар

  • Башҡорт шиғриәте антологияһы, Өфө китап 2001 йыл. 815 бит. ISBN 5-295-02743-0.
  • Ҡотоева Г. Көмөш йөҙөк балҡышы: Ҡатын — ҡыҙ шиғриәтенә бер ҡараш / Г. Ҡотоева // Ватандаш. — 1999. — № 2. — 126.
  • Әлибаев 3. Шиғри мәрйендәр. / 3. Әлибаев // Башҡортостан. — 2008. — 8 май.