Бережной Иван Михайлович
Иван Михайлович Бережной (1924 йылдың 1 ғинуары, Кременчуг[d], Төньяҡ Ҡаҙағстан өлкәһе — 1944 йылдың 10 апреле, Красноперекопск районы, Ҡырым АССР-ы[d]) — Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булған яугир, уҡсылар полкының пулемётсылар взводы командиры, гвардия кесе лейтенанты. Советтар Союзы Геройы (1945, үлгәндән һуң).
Биографияһы
Бережной Иван Михайлович 1924 йылдың 1 ғинуарында Ҡаҙаҡ ССР-ының Көкшетау (хәҙер Төньяҡ Ҡаҙағстан) өлкәһенең Келлер районы Кременчуг ауылында тыуған. Тулы булмаған урта белем ала, 1942 йылға тиклем Башҡорт АССР-ының Стәрлетамаҡ ҡалаһындағы станоктар (рус.)баш. эшләү заводында слесарь була[1].
1942 йылдың авгусында Эшсе-крәҫтиән Ҡыҙыл армияһына хеҙмәткә саҡырыла. 1943 йылдың октябренән — Бөйөк Ватан һуғышы фронттарында. 1944 йылдың апреленә гвардия кесе лейтенанты Иван Бережной 4-се Украина фронтының 2-се гвардия армияһы 87-се гвардия уҡсы дивизияһы 261-се гвардия уҡсылар полкының пулемёт взводы командиры. Ҡырымды азат иткәндә батырлыҡ күрһәтә[2].
1944 йылдың 10 апрелендә Бережной взводы батальондан һул флангыһынан һөжүм итеүселәрҙе ут менән ышыҡлай. Совет ғәскәрҙәренең һөжүме барышында немецтар траншеяларҙан бәреп сығарыла һәм обороналарының икенсе һыҙығына сигенә башлай. Көстәрен туплап, дүрт «Фердинанд» ярҙамында дошмандың ике пехота ротаһы контратака (рус.)баш. яһарға маташа. Уны кире ҡаҡҡанда Бережной взводының бер пулемёт расчеты сафтан сыға, командир үҙе пулемёт артына ята. Тиҙҙән ул яҡында шартлаған термит снаряд ярсығы менән яралана. Ҡанһыраған һәм тереләй янып торған килеш Бережной, һуғыш яланын ташлап китмәй, дошманға пулемёттан ут яуҙырыуын дауам итә һәм һәләк була. Ҡырымдың Красноперекопск районы Суворов ауылында ерләнә[2].
СССР Юғары Советы Президиумының 1945 йылдың 24 мартындағы Указы менән гвардия кесе лейтенанты Иван Бережнойға үлгәндән һуң «Советтар Союзы Геройы» исеме бирелә. Шулай уҡ уға Ленин ордены һәм «Алтын Йондоҙ» бирелә[3]. Кременчуг ауылында туғандары ҡала — Гриньколар.
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
- Советтар Союзы Геройы
- «Алтын Йондоҙ» миҙалы
- Ленин ордены
Хәтер
- Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Ҡарары менән 2025 йылдың 20 октябрендә Советтар Союзы Геройы Иван Михайлович Бережнойҙың исеме Башҡортостан Республикаһы Стәрлетамаҡ ҡалаһы ҡала округының 23-сө полилингваль күп профилле мәктәбе автономиялы дөйөм белем биреү муниципаль (рус.)баш. бюджет учреждениеһына бирелә[4][5];
- Стәрлетамаҡ ҡалаһы урамына Герой исеме бирелгән[1];
- Стәрлетамаҡта Бережной Иван Михайлович эшләгән завод бинаһына һәм Херсон ҡалаһының 1-се ҡала профессиональ-техник училищеһы бинаһына уның иҫтәлегенә мемориаль таҡтаташ ҡуйылған[2];
- Төньяҡ-Ҡаҙағстан өлкәһенең Тайынша (элекке Келлер) районындағы тыуған ауылы Кременчугта И. М. Бережнойға мемориаль комплекс йыһазландырылған;
- Келлер урта мәктәбе Советтар Союзы Геройы Бережной И. М. исемен йөрөтә;
- 2018 йылдың апрелендә Ҡырымдың Суворов ҡасабаһында Геройға бюст ҡуйылған.
Иҫкәрмәләр
- ↑ 1 2 И. Ғ. Кәримова. Бережной Иван Михайлович (башҡ.). «Башҡортостан» төбәк интерактив энциклопедик порталы (10 октябрь 2019). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 20 ғинуар 2026.
- ↑ 1 2 3 Н. В. Уфаркин. Бережной Иван Михайлович. Международный патриотический интернет проект «Герои Страны». Мөрәжәғәт итеү датаһы: 20 ғинуар 2026. (рус.)
- ↑ Бережной Иван Михайлович. Портал Министерства обороны Российской Федерации «Память народа». Мөрәжәғәт итеү датаһы: 20 ғинуар 2026. (рус.)
- ↑ Ляйсан Закирова. Школам Башкирии присвоили имена Героев Советского Союза. ИА «Башинформ» (23 октябрь 2025). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 20 ғинуар 2026. (рус.)
- ↑ Постановление Правительства Республики Башкортостан от 20 октября 2025 года № 487 «О присвоении имен Героев Советского Союза и выдающихся деятелей Республики Башкортостан общеобразовательным организациям Республики Башкортостан». Правительство Республики Башкортостан (20 октябрь 2025). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 20 ғинуар 2026. (рус.)
Әҙәбиәт
- Герои Советского Союза: Краткий биографический словарь / Пред. ред. коллегии И. Н. Шкадов. — М.: Воениздат, 1987. — Т. 1 /Абаев — Любичев/. — 911 с. — 100 000 экз. — ISBN отс., Рег. № в РКП 87-95382.
- Герои боёв за Крым. — Симферополь: Таврия, 1972.
- Герои Советского Союза — казахстанцы. Книга 1. Алма-Ата, 1968.
- Подвиги Героев Советского Союза. М., 1981.
Һылтанмалар
- «Башҡортостан» төбәк интерактив энциклопедик порталы. Бережной Иван Михайлович (Тикшерелеү көнө: 20 ғинуар 2026)
- Международный патриотический интернет проект «Герои Страны». Бережной Иван Михайлович (рус.) (Тикшерелеү көнө: 20 ғинуар 2026)
- Портал Министерства обороны Российской Федерации «Память народа». Бережной Иван Михайлович (рус.) (Тикшерелеү көнө: 20 ғинуар 2026)
- Сайт «Памятники Крыма». Памятный знак в честь Героя Советского Союза И. М. Бережного (рус.) (Тикшерелеү көнө: 20 ғинуар 2026)