Бикмәтов Ниғмәт Ишмырҙа улы
.
Бикмәтов Ниғмәт Ишмырҙа улы (1918 йыл Ырымбур губернаһы Силәбе өйәҙе Селәй ауылы, хәҙерге Силәбе өлкәһенең Арғаяш районы - 1983 йыл[1]) — 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугиры[1], гвардия капитаны, I һәм II дәрәжә Ватан һуғышы ордены, III дәрәжә Богдан Хмельницкий ордены, Ҡыҙыл Йондоҙ ордены кавалеры [1][2].
Биографияһы
Бикмәтов Ниғмәт Ишмырҙа улы 1918 йылда Ырымбур губернаһының Силәбе өйәҙе Селәй ауылында, хәҙерге Силәбе өлкәһенең Арғаяш районында тыуған[1]. Ҡыҙыл Армия сафына 1939 йылда Арғаяш хәрби комиссариаты тарафынан саҡырыла. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнаша, 294‑се кавалерия полкы орудие командиры, 16‑сы гвардия кавалерия дивизияһының артиллерия штабы начальнигы ярҙамсыһы, 148‑се гвардия артиллерия-миномёт полкының 3‑сө батареяһы командиры булып хеҙмәт итә[1][2][3]. Дивизия 1942 йылдың июлендә беренсе тапҡыр һуғышҡа ингәндә, Алешка — Малые Борки — Святоша һыҙығында артиллерия батареяһы менән командалыҡ итә, Ҡыҙыл Йондоҙ ордены менән наградлана, ә 1945 йылдың апрелендә дошмандың Померания төркөмөн ҡыйратыу буйынса һуғышта — III дәрәжә Богдан Хмельницкий орденына лайыҡ була. 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы музейында Бикмәтов Ниғмәт Ишмырҙа улы тураһында ошолай яҙылған:
| Ниғмәт Ишмырҙа улы Бикмәтов Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһында, ул ойошторолғандың беренсе көндәренән алып Еңеү көнөнә тиклем хеҙмәт итте. … Кесе лейтенанттан алып гвардия майоры дәрәжәһенә тиклем бөтә хәрби юлын ҡыйыу һалдат взвод командиры, 148-сы артиллерия миномет полкының миномет батареяһы командиры (1943—1945 йылдар), 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының 2-се артиллерия штабы начальнигы ярҙамсыһы вазифаларында үтте…»[2] |
.
Маҡтаулы исемдәре һәм бүләктәре
Иҫкәрмәләр
- ↑ 1 2 3 4 5 6 БИКМЕТОВ Н. И.
- ↑ 1 2 3 4 Музей 112-й Башкирской кавалерийской дивизии
- ↑ 1 2 Бикметов Нигмат 2021 йылдың 4 июнь көнөндә архивланған.
- ↑ Наградной лист
- ↑ Награда Нигмата Бикметова 2021 йылдың 4 июнь көнөндә архивланған.
- ↑ Бикметов Нигмат Ишмурзович
Сығанаҡтар
- Память народа. Бикметов Нигмат Ишмурзович (рус.) (Тикшерелеү көнө: 9 июль 2021)
- Бикметов Нигмат 2021 йылдың 4 июнь көнөндә архивланған.
- БИКМЕТОВ Н. И. (рус.) (Тикшерелеү көнө: 9 июль 2021)
- Музей 112-й Башкирской кавалерийской дивизии
- Наградной лист