Бәхтегәрәй (исем)

Бәхтегәрәй — башҡорт ир-ат исеме.

Этимология

Бәхтегәрәй ғәрәп теленән алынған. Бәхет (бәхетле) + гәрәй (фарсы теленән — эйәреүсе, дауам итеүсе; ир-ат исемдәре ялғауы булып та йөрөй) һүҙҙәре ҡушылып төҙөлгән исем[1].

Билдәле кешеләр

Шәфиев Бәхтегәрәй Әғзәм улы (5 февраль 1897 йыл — 19 август 1918 йыл) — Башҡортостанда революцион хәрәкәттә ҡатнашыусы.

Зәйнәғәбдинов Бәхтегәрәй Йәләлетдин улы (1903 йыл — ?) — 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугиры, гвардия ҡыҙылармеецы.

Бәхтегәрәй хәҙрәт Көйөргәҙе районы Зәк-Ишмәт ауылында 1857 йылда тыуған. Ауыл имамы Ғәбдрәшит бабай Кәримов һәм башҡа ауыл аҡһаҡалдарының һөйләүе буйынса, Бәхтегәрәй Әбделғәни улына халыҡ әүлиә тип исем биргән. Ул доғалар менән кешеләрҙе өшкөргән, балалар уҡытҡан, дин ғилеме биргән. Әүлиәнең әйткәндәре буйынса, кешене ҡәбергә күмгәс, күмеүселәр таралышҡас, Бәхтегәрәй бабай зыяратта тороп ҡалыр булған. Мөнкир, Нәкир фәрештәләре мәрхүмдән һорау алырға килгәндә, ул яуап бирешеп торған[2].

Фамилия

Бәхтегәрәев Хәким Бәхтегәрәй улы (1903 йыл — 10 июль 1942 йыл — 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугиры, ҡыҙылармеец, рядовой, кавалерист , ҡылыссы.

Ауылдар

Шулай уҡ ҡарағыҙ

«Бәхтегәрәй» — Әсғәт Мирзаһитовтың өс шаршаулыҡ драма әҫәре.

Һылтанмалар

Сығанаҡтар

Яңы сығанаҡ өҫтәү өсөн «Ҡалып:Исемдәр донъяһында» сәхифәһен үҙгәртегеҙ