Бәширов Зыя Әхмәт улы
Тыуған көнө | 8 октябрь 1910 |
---|---|
Заты | ир-ат |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре | |
Вафат булған урыны | |
Һөнәр төрө | сәйәсмән |
Тыуған урыны | |
Вафат булған көнө | 28 декабрь 1976 (66 йәш) |
Бәширов Зыя Әхмәт улы (26 сентябрь (8 октябрь) 1910 йыл — 28 декабрь 1976 йыл, Силәбе) — сәйәси эшмәкәр, пропагандист, отставкалағы полковник.
Биографияһы
Зыя Әхмәт улы Бәширов Өфө губернаһы (хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Благовар районы) Һарайлы ауылында 1910 йылдың 26 сентябрендә (8 октябрь) тыуған.
1920-се йылдарҙың уртаһына тиклем батрак хеҙмәтендә йөрөгән.
1928—1931 йылдарҙа Башҡорт АССР-ының Оло Тәләк улус башҡарма комитеты секретары һәм ВЛКСМ-дың Ҡырмыҫҡалы район комитеты секретары.
1936 йылда Мәскәү план-иҡтисад институтын тамамлағандан һуң, Якутск ҡалаһына эшкә йүнәлтмә ала. Унда финанс бүлегендә өлкән экономист, сауҙа предприятиеһында баш бухгалтер, һуңғараҡ — Яҡут АССР-ының ҡулланыусылар союзында хеҙмәт итә.
Бөйөк Ватан һуғышы башланыу менән Ҡыҙыл Армия сафында: курсант, сәйәси бүлектең өлкән инструкторы, частың сәйәси етәксеһе урынбаҫары (замполит), Байкал аръяғы һәм Алыҫ Көнсығыш фронттары составындағы 10-сы айырым армияның сәйәси бүлек инструкторы һәм инспекторы.
Һуғыштан һуң да армия сәйәси органдарында хеҙмәтен дауам итә.
1956 йылдан Силәбе өлкәһендә урынлашҡан 32138-се ғәскәри частың сәйәси бүлек начальнигы[1]. 1964 йылдан полковник дәрәжәһендә отставкаға сыға.
1968 йылдан Силәбе политехник институтында эшләй.
1973 йылдың апреленән «Белем» («Знание») Бөтә Союз йәмғиәтенең (хәҙер Урал-Себер Белем йорто) Фәнни-техник пропаганда йорто директоры. Был учреждениеның барлыҡҡа килеүенә, махсуслашыуына һәм ил эсендә иң яҡшы өҫтәмә белем биреү үҙәгенә әйләндереүгә күп өлөш индерҙе.
Бер нисә тапҡыр Силәбе эшсе депутаттарының ҡала һәм өлкә Советына депутат итеп һайланды.
КПСС-тың Силәбе өлкә комитеты ағзаһы булды[2].
Маҡтаулы исемдәре һәм бүләктәре
Әҙәбиәт
- Баширов З. А. Атомный проект СССР: документы и материалы. Т.3, Кн.2 — 2009
Һылтанмалар
Иҫкәрмәләр
- ↑ Баширов З. А. Атомный проект СССР: документы и материалы. Т.3, Кн.2 — 2009
- ↑ http://chel-portal.ru/enc/Bashirov_Ziya_Ahmetovich Бәширов Зия Әхмәт улы