Бәҙретдинов Вәлиәхмәт Миңләхмәт улы

Бәҙретдинов Вәлиәхмәт Миңләхмәт улы (рус. Бадретдинов Валиахмет Минниахметович; 1953 йылдың 19 феврале, Иҙрис, Башҡорт АССР-ы) — педагог, журналист, йәмәғәтсе. Башҡортостан Республикаһының 2-се саҡырылыш (1999—2003) Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты; психология фәндәре кандидаты.

Биографияһы

Вәлиәхмәт Миңлеәхмәт улы Бәҙретдиноа 1953 йылдың 19 февралендә хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Ҡыйғы районы Иҙрис ауылында тыуған. Сәлимйән Бәҙретдиновтың ҡустыһы.

Иҙрис һигеҙ йыллыҡ мәктәбен, 1972 йылда хәҙерге Мәсәғүт педагогия колледжын[1], һуңынан Мәскәү дәүләт педагогия институтының[2] педагогика һәм психология факультетын тамамлай.

1977 йылдан Мәсәғүт педагогия училищеһында педагогика һәм психология уҡытыусыһы, 1980 йылдан Башҡорт дәүләт педагогия институтында дөйөм педагогика һәм психология нигеҙҙәре уҡытыусыһы, 1994 йылдан Мөхәмтәғәле Исҡужин исемендәге 136-сы башҡорт лицейында фәнни-методик эштәр буйынса директор урынбаҫары, 1999 йылдан Башҡортостан Дәүләт Йыйылышының Закондар сығарыу палатаһында депутат. Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты рәйесе урынбаҫары вазифаһын башҡара[3].

«Киске Өфө» гәзитенең яуаплы секретары булып эшләй.

Ғилми хеҙмәттәре

Библиографияһы

  • «Башҡорт ырыуҙары» Өфө, 2022 йыл