Васёв Григорий Тимофеевич
Григорий Тимофеевич Васёв (1922 йылдың 24 декабре, Әбйәлил районы — 2004 йылдың 31 декабре, Ейск[d], Краснодар крайы) — хәрби хеҙмәткәр, Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. Совет Армияһы капитаны, СССР дәүләт именлеге полковнигы. Советтар Союзы Геройы (1945).
Биографияһы
Григорий Тимофеевич Васёв 1922 йылдың 24 декабрендә Яңы-Самара ҡасабаһында (хәҙер — Башҡортостандың Әбйәлил районы) крәҫтиән ғаиләһендә тыуған. Урта мәктәпте тамамлай, Силәбе өлкәһенең Магнитогорск ҡалаһында йәшәй һәм эшләй. 1940 йылда Васёв Магнитогорск ҡала хәрби комиссариаты тарафынан Ҡыҙыл Армияға хеҙмәткә алына. 1943 йылда Васёв осоусыларҙың Чкалов хәрби авиация мәктәбен (лётчиктарҙың Ҡыҙыл Байраҡлы Ырымбур юғары хәрби авиация училищеһы) тамамлай. Шул уҡ йылда Васёв Советтар Союзының Коммунистар партияһына инә. 1943 йылдың июленән — Бөйөк Ватан һуғышы фронттарында. 1945 йылдың мартына гвардия өлкән лейтенанты Григорий Васёв 3-сө Украина фронты 17-се һауа армияһы 10-сы гвардия штурмлау авиация дивизияһы 165-се гвардия штурмлау авиация полкы звеноһы менән етәкселек итә[1].
Үҙенең хәрби хәрәкәттәрҙә ҡатнашҡан осоронда, 1943 йылдың июленән 1945 йылдың мартына тиклем, Васёв «Ил-2» штурмовигында бомба ташлау һәм дошмандың техникаһы һәм тере көстәре тупланмаһын разведкалау һәм штурмлау өсөн 143 хәрби осош яһай[1].
СССР Юғары Советы Президиумының 1945 йылдың 18 авгусындағы Указы менән, «командованиеның хәрби заданиеләрен өлгөлө үтәгәне һәм немец илбаҫарҙары менән һуғышта күрһәткән героизм һәм батырлығы өсөн», гвардия өлкән лейтенанты Григорий Васёвҡа Ленин ордены һәм 8830 номерлы «Алтын Йондоҙ» миҙалы тапшырыла һәм «Советтар Союзы Геройы» юғары исеме бирелә[1].
1946 йылда капитан хәрби дәрәжәһендә Васёв запасҡа ебәрелә. 1947—1949 йылдарҙа ул Магнитогорск ҡалаһында комсомол эшендә була, аҙаҡ СССР дәүләт именлеге органдарында эшләй, отставкаға полковник званиеһендә сыға. Краснодар крайының Ейск ҡалаһында йәшәй, 2004 йылдың 31 декабрендә вафат була[1].
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
- Советтар Союзы Геройы
- Ленин ордены
- «Алтын Йондоҙ» миҙалы
- Өс Ҡыҙыл Байраҡ ордены
- Өс I дәрәжә Ватан һуғышы ордены
- миҙалдар [1].
Әҙәбиәт
- Герои Советского Союза: Краткий биографический словарь / Пред. ред. коллегии И. Н. Шкадов. — М.: Воениздат, 1987. — Т. 1 /Абаев — Любичев/. — 911 с. — 100 000 экз. — ISBN отс., Рег. № в РКП 87-95382.
- Ваинруб М. Г. Фронтовые судьбы. Киев, 1985.
- Подвиги их — бессмертны. — Уфа: Китап, 2000.
- Печищев П. Крылья Родины //Славные сыны Башкирии. Кн.3. Уфа, 1968.
Һылтанмалар
- «Башҡортостан» төбәк интерактив энциклопедик порталы. Васёв Григорий Тимофеевич (баш.) (Тикшерелеү көнө: 26 март 2026).
- Международный патриотический интернет-проект «Герои страны». Васёв Григорий Тимофеевич (рус.) (Тикшерелеү көнө: 26 март 2026).
- Федеральное государственное бюджетное учреждение культуры «Центральный музей Великой Отечественной войны 1941-1945 гг.» Музей Победы. Васёв Григорий Тимофеевич (рус.) (Тикшерелеү көнө: 26 март 2026).
- Проект Министерства обороны Российской Федерации «Память народа». Васёв Григорий Тимофеевич (рус.) (Тикшерелеү көнө: 26 март 2026).
- Приволжского федерального округа «Герои Отечества». Васёв Григорий Тимофеевич (рус.) (Тикшерелеү көнө: 26 март 2026).
- Республиканский музей боевой славы. Васёв Григорий Тимофеевич (рус.) (Тикшерелеү көнө: 26 март 2026).