Виноградов Юрий Васильевич
Тыуған урыны | |
---|---|
Гражданлығы | |
Заты | ир-ат |
Һөнәр төрө | композитор, музыка белгесе, университет уҡытыусыһы, музыкант |
Тыуған көнө | 15 февраль 1907 |
Вафат булған көнө | 4 ғинуар 1983 (75 йәш) |
Вафат булған урыны | |
Атаһы | Виноградов Василий Иванович |
Виноградов Юрий Васильевич (15 февраль 1907 йыл — 4 ғинуар 1983 йыл), композитор, музыка белгесе, педагог. 1936 йылдан Ҡазан музыка училищеһы, 1945—1977 йылдарҙа Ҡазан консерваторияһы уҡытыусыһы. Татар АССР-ының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (1954).
Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Юрий (Георгий) Васильевич Виноградов 1907 йылдың 15 февралендә Өфө губернаһының (хәҙер Башҡортостан Республикаһы) Бәләбәй ҡалаһында композитор Василий Иванович Виноградов ғаиләһендә тыуған[1].
1926 йылда Ҡазан музыка техникумын педагог Олег Дмитриевич Родзевичтың фортепиано класы буйынса тамамлай. 1946 йылда Мәскәүҙәге хәҙерге Гнесиндар исемендәге музыка-педагогия институтының композиторлыҡ теорияһы факультетындағы Максимилиан Осеевич Штейнберг етәкләгән композиция класын, юғары махсус һөнәр алып, бөтөрөп сыға.
1936 йылдан Ҡазан музыка училищеһында композиция һәм музыкаль-теоретик дисциплиналарҙан уҡыта. 1945—1977 йылдарҙа Ҡазан консерваторияһында музыкаль әҫәрҙәр анализы уҡытыусыһы булып эшләй.
1954 йылда «Татар АССР-ының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре» тигән маҡтаулы исемгә лайыҡ була.
1983 йылдың 4 ғинуарында Ҡазан ҡалаһында вафат була[1].
Ижади эшмәкәрлеге[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- «Татар совет музыкаһы тарихы» курсы буйынса тәүге уҡыу программаһын төҙөүҙә ҡатнаша.
- Татар композиторҙары әҫәрҙәренең беренсе баҫмаларын мөхәррирләй.
- Концерт һәм спектаклдәргә рецезиялар яҙа.
- Музыкаль мәғрифәтселек эштәре менән шөғөлләнә.
Төп әҫәрҙәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Композитор ижадында камера-инструменталь һәм камера-вокаль әҫәрҙәр төп урынды алып тора:
- Татар халыҡ йыры «Әпипә»нең симфоник оркестр өсөн вариациялары;
- Фортепиано өсөн балалар альбомы;
- Ике фортепиано өсөн татар маршы;
- Муса Йәлил шиғырҙарына «Һандуғас һәм шишмә» кантатаһы;
- Александр Сергеевич Пушкин һәм Степан Петрович Щипачёв шиғырҙарына романстар циклы;
- Татар әҙиптәре шиғырҙарына романстар һәм йырҙар;
- Фортепиано өсөн эшкәртелгән 12 ҡытай халыҡ йыры;
- Рус, инглиз, ҡырғыҙ һәм татар халыҡ йырҙарын вокал һәм фортепиано өсөн эшкәртеү;
- Балалар хорҙары өсөн әҫәрҙәр.
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Татар АССР-ының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (1954).
Билдәле уҡыусылары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Бакиров Әнүәр Закир улы (1920—2001), композитор, скрипкасы. РСФСР-ҙың һәм Татар АССР-ының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, Татарстан Республикаһының халыҡ артисы, Татар АССР-ының Ғабдулла Туҡай исемендәге дәүләт премияһы лауреаты. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы.
- Вәлиуллин Аллаһыйәр Ғарифулла улы (1924—1972), композитор. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы.
- Вәлиуллин Хөснул Вәлиулла улы (1914—1993), композитор, РСФСР-ҙың һәм Татар АССР-ының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, Татар АССР-ының Ғабдулла Туҡай исемендәге дәүләт премияһы лауреаты. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы.
- Шамсетдинов Исмай Ғәйнетдин улы (1910—1982), композитор, Татар АССР-ының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре һәм халыҡ артисы. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы.
- Фандеев Тимофей Игнатьевич (1918—1999), композитор, баянист, Сыуаш педагогия институты уҡытыусыһы. РСФСР-ҙың һәм Сыуаш АССР-ының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре. СССР Композиторҙар союзы ағзаһы.
- Х. Әбделмәнов.
Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Татарский энциклопедический словарь, Казань, Институт Татарской энциклопедии АН РТ, 1999
- Татарская энциклопедия, Казань, Институт Татарской энциклопедии АН РТ, 2002-14
- Файзи Джаудат Харисович. Композиторы Советского Татарстана. Юрий Васильевич Виноградов. Казань. 1957
- Ф. Бикчурина. Юрий Виноградов.
Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Сайт «Милләттәшләр» — Виноградов Юрий Васильевич (рус.) (Тикшерелеү көнө: 17 февраль 2022)