Владислав Ванчура
чех Vladislav Vančura | |
Гражданлығы | |
---|---|
Һөнәр төрө | шағир, яҙыусы, кинорежиссёр, врач-писатель, драматург, сценарий яҙыусы, тәнҡитсе, табип |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре | |
Ойошма ағзаһы | Девятисил[d] |
![]() | |
Тыуған көнө | 23 июнь 1891[1][2][…] |
Уҡыу йорто | |
Вафат булған көнө | 1 июнь 1942[1][4][…] (50 йәш) |
Тыуған урыны | |
Хәләл ефете | Людмила Ванчурова[d] |
Үлем төрө | Үлем язаһы[5] |
Вафат булған урыны | |
Үлем сәбәбе | пуля (снаряд ярсығы) яраһы[d][6] |
Балалары | Алёна Сантарова[d] |
Заты | ир-ат[7] |
SEO_index | noindex |
Сәйәси фирҡә ағзаһы | |
![]() |
Владислав Ванчура (чех Vladislav Vančura; 23 июнь 1891 йыл — 1 июнь 1942 йыл)— чех яҙыусыһы, кинорежиссер һәм драматург, әҙәбиәт буйынса өс тапҡыр Дәүләт премияһы лауреаты (1929, 1931, 1947 (үлгәндән һуң)).
Тормошо һәм ижады
Владислав Ванчура 1891 йылдың 23 июнендә Опава янындағы Гайҙа тыуған. 1919 йылда уның әҫәрҙәре тәүге тапҡыр чех матбуғатында баҫтырыла. 1920 йылдан алып — Devětsil әҙәби төркөмө ағзаһы, поэтизм вәкиле. Бер нисә хикәйәләр, пьесалар, романдар, шул иҫәптән «Маркета Лазарова» (һуңынан уның буйынса фильм төшөрөлә) йыйынтытыҡтары нәшер ителә. Бер нисә фильм төшөрөүҙә лә ҡатнаша.
1939—1940 йылдарҙа Чех халҡы тарихы картиналарын ижад итә, уларҙа ул чех тарихын Пржемысловичтар династияһына тиклем (тарихи персонаждар исеменән) тасуирлай. Хеҙмәт алты томда күҙаллана, әммә авторҙың ҡулға алыныу арҡаһында тамамланмай ҡала. Тик ике томы нәшер ителә, икенсеһе — уның вафатынан һуң, 1947 йылда, баҫтырыла.
В. Ванчура Чехословакия коммунистар партияһы ағзаһы була. 1929 йылда Етеләр манифесына ҡул ҡуйған өсөн (яңы партия лидеры Готвальдтың курсын тәнҡитләү менән бәйле) партия сафынан сығарыла. Чехословакиялағы немец оккупацияһы осоронда Ҡаршылыҡ хәрәкәтендә ҡатнаша. 1942 йылдың 28 майында, Богемия һәм Моравия протекторатының немец администрацияһы башлығы Рейнхард Гейдрихты үлтерергә маташҡандан һуң, гестапо тарафынан ҡулға алына, уның менән бер рәттән ике меңдән ашыу чех интеллигенты ҡулға алына. Владислав Вачура 1942 йылдың 1 июнендә, бер ниндәй судһыҙ, үлтерелә, кәүҙәһе йәшерен рәүештә Страшницк крематорийында яндырыла.
Хәтер
Чехословакияны азат иткәндән һуң В. Ванчураға Чехословакияның халыҡ артисы, әҙәбиәт буйынса Дәүләт премияһы лауреаты, шулай уҡ 1939—1945 йылдарҙағы Чехословакия Хәрби тәреһе кавалеры исемдәре бирелә (үлгәндән һуң).
Опава ҡалаһында уның иҫтәлегенә һәйкәл ҡуйылған.
1992 йылда 1-се дәрәжә Томаш Гарриг Масарик ордены бирелә (иҫтәлек хөрмәтенә).
Һайланма әҫәрҙәре
- Элекке ваҡыттарҙың ахыры
- Маркета Лазарова
- Икмәк бешереүсе Ян Мархул
- Еңмеш йәй
- Кубула һәм Куба Кубикула (повесть-әкиәт)
Фильмографияһы
- 1968: Еңмеш йәй
- 1970: Доротка батшабикә һуғаны
- 1989: Элекке ваҡыттарҙың ахыры
- Режиссура
- 1932: Před maturitou
Иҫкәрмәләр
- ↑ 1 2 Vladislav Vančura // Brockhaus Enzyklopädie (нем.) / Hrsg.: Bibliographisches Institut & F. A. Brockhaus, Wissen Media Verlag
- ↑ 1 2 Чешская национальная авторитетная база данных
- ↑ 1 2 Studenti pražských univerzit 1882–1945
- ↑ Архив изобразительного искусства — 2003.
- ↑ Archiv hl. m. Prahy, Matrika zemřelých hlavního magistrátu, sign. MAG Z20, s. 98 — т. MAG Z20. — бит 98.
- ↑ http://katalog.ahmp.cz/pragapublica/permalink?xid=60239027e4864653a939f74e11776a6a&scan=102#scan102
- ↑ Record #34499285 // VIAF (билдәһеҙ) — Даблин: OCLC, 2003.
- Аҡ арыҫлан ордены кавалерҙары
- Чехословакия Хәрби тәреһе ордены кавалерҙары 1939
- 23 июндә тыуғандар
- 1891 йылда тыуғандар
- 1 июндә вафат булғандар
- 1942 йылда вафат булғандар
- Австро-Венгрияла тыуғандар
- Прагала вафат булғандар
- Чехословакия Коммунистар партияһы ағзалары
- Чехия һәм Словакия коммунистары
- Чехословакиялағы Ҡаршылыҡ хәрәкәте
- Чехия яҙыусылары
- Алфавит буйынса шәхестәр