Всехсвятский Сергей Константинович

РУВИКИ — интернет энциклопедия мәғлүмәте
Ғилми дәрәжә физика-математика фәндәре докторы[d]
Гражданлығы
Һөнәр төрө астроном
Эшмәкәрлек төрө астрономия
Заты ир-ат
Уҡыу йорто
Вафат булған урыны
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Ерләнгән урыны
Тыуған көнө 7 (20) июнь 1905
Туған тел урыҫ теле
Эш урыны
Аспиранттар йәки докторанттар Клим Иванович Чурюмов[d]
Вафат булған көнө 6 октябрь 1984({{padleft:1984|4|0}}-{{padleft:10|2|0}}-{{padleft:6|2|0}}) (79 йәш)
Тыуған урыны
Логотип РУВИКИ.Медиа РУВИКИ.Медиа файлдары

Всехсвятский Сергей Константинович (7 (20) июнь 1905, Мәскәү — 6 октябрь 1984, Мәскәү) — СССР астрономы.

1925 йылда Мәскәү дәүләт университетын тамамлай. 1924—1935 йылдарҙа Астрофизика институтында эшләй, 1935—1939 йылдарҙа — Пулково обсерваторияһы хеҙмәткәре, директор урынбаҫары, 1939—1981 йылдарҙа — Киев университеты профессоры, астрономия кафедраһы мөдире.

Төп фәнни хеҙмәттәре комета физикаһына, Ҡояш һәм ҡояш активлығына, космогония проблемаларына бәйле. Кометаларҙың механик теорияһының ҡайһы бер мәсьәләләрен хәл итә, периодик кометаларҙың тиҙ тарҡалыуын иҫбатлай. 1932 йылда Ж. Л. Лагранждың кометаларҙың планеталар һәм уларҙың юлдаштары өҫтөнән ырғытылыуы тураһында гипотезаһын яңы нигеҙҙә үҫтерә. 1960 йылда ул Юпитер тирәләй ҡулса барлығы тураһында фекер әйтә, уны һуңыраҡ (1979) Американың «Вояджер 1» космос карабы аса. Ҡояш тотолған ваҡытта ҡояш тажын күҙәтеү һөҙөмтәләре буйынса һуҙылған таж ағымы барлығын асыҡлай (һуңыраҡ «Ҡояш еле» тип атала), был Ер ионосфераһында магнитлы дауылдар һәм ҡуҙғыуҙар тыуҙыра. 1955 йылда үҙенең уҡыусылары менән бергә Ҡояш тажының динамик теорияһын эшләй. Бер нисә хеҙмәтендә планеталарҙың Ҡояш әүҙемлеге үҫешенә йоғонтоһо тураһындағы фекерҙе яҡлай.

Киевта Байково зыяратында ерләнгән[1]

Маҡтаулы исемдәре һәм бүләктәре

[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

- СССР Фәндәр академияһының Ф. А. Бредихин исемендәге премияһы (1978) — кометаларҙың абсолют дәүмәлдәре һәм физик характеристикалары каталогын төҙөгәне өсөн;

- СССР Фәндәр академияһының астрономия советының «За обнаружение новых астрономических объектов» миҙалы (1979);

- СССР Космонавтика федерацияһының Ю. А. Гагарин исемендәге миҙалы;

-1973 йылдың 22 сентябрендә Ҡырым астрофизик обсерваторияһында Н. С. Черных асҡан бәләкәй планета Всехсвятский исеме менән (2721 Vsekhsvyatskij) аталған.

  • «Физические характеристики комет» (1958) өҫтәмәләр серияһы менән (1974 йылға тиклем сыға), шул иҫәптән, ул ваҡытта билдәле булған бөтә күренгән кометалар өсөн мәғлүмәттәрҙе туплаған «Общий каталог абсолютных величин комет»[2];
  • «Природа и происхождение комет и метеорного вещества» (1967);
  • «Проблемы современной космогонии» (1969) (авторҙашлыҡта).
  • Колчинский И.Г., Корсунь А.А., Родригес М.Г. Астрономы: Биографический справочник. — 2-е изд., перераб. и доп. — Киев: Наукова думка, 1986. — 512 с.