Вәлиев Рәфғәт Әхтәм улы

Вәлиев Рәфғәт Әхтәм улы (18 февраль 1911 йыл — 10 июль 1993 йыл) — Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан хәрби эшмәкәр, инженер-механик, ғалим-баллистик. Генерал-майор-инженер (1962). Техник фәндәр кандидаты (1962). Ленин премияһы лауреаты (1965).

Биографияһы

Рәфғәт Әхтәм улы Вәлиев 1911 йылдың 18 февралендә Өфө губернаһы Златоуст өйәҙе Тырнаҡлы волосының[1] Йыланлы ауылында сәүҙәгәр Вәли Кәримов ғаиләһендә тыуған. Бала сағы Әй йылғаһының ҡаршы ярында, әсәһенең тыуған ауылы Лаҡлыла[2] үтә.

1936 йылда Мәскәү дәүләт университетының физика-математика факультетын, 1951 йылда Ф. Э. Дзержинский исемендәге Артиллерия академияһын тамамлаған (Мәскәү).

1936 йылдан алып Монгол Халыҡ Республикаһында (Улан‑Батор) СССР илселегендә эшләй, 1939 йылдан Артиллерия академияһында уҡыта.

1939 йылдан алып Совет Армияһында. 1951 йылдан башлап зенит‑ракета комплекстары полигонының инженер-һынаусыһы, 1956 йылдан — СССР Оборона министрлығы ғилми тикшеренеү институты, СССР Ҡораллы Көстәре Генераль Штабы, 1973—1986 йылдарҙа Радио төҙөү ғилми тикшеренеү институты (бөтәһе лә — Мәскәү) хеҙмәткәре. Һауа һөжүменән һаҡланыу стратегик системаһын, Ерҙең яһалма юлдаштарын, баллистик ракеталар уйлап табыусыларҙың береһе.

1976 йылдан алып отставкала. Ленин премияһы лауреаты (1965). Ҡыҙыл Байраҡ (1944), Александр Невский (1945), 1‑се (1985) һәм 2‑се (1943) дәрәжә Ватан һуғышы, Ҡыҙыл Йондоҙ (1943, 1956) ордендары менән бүләкләнгән.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

Хәтер

  • Тыуған ауылындағы бер урам генерал исемен йөрөтә.
  • Йыланлыла Рәфғәт Вәлиевҡа бюст ҡуйылған.

Әҙәбиәт

  • Бурангулов А. Г., Бурангулов Я. А., Габбасова З. С. Потомки Салавата. — Уфа: Китап, 2004. — 192 с. (рус.)
  • Земля салаватская, земля батыра. / Автор-составитель: Сабирьянова С. Г. — Уфа: АН РБ, Гилем, 2010. — 400 с. (рус.)
  • http://omet-rb.ru/d-nya/167-generaly1/2943-general-v-liev(недоступная ссылка)

Һылтанмалар