Вәхитов Марат Муса улы


Марат Муса улы Вәхитов (рус. Вахитов Марат Мусаевич; 1964 йылдың 14 июле, Семилетка, Башҡорт АССР-ы) — инженер-электроник, сәнәғәт өлкәһе һәм дәүләт органдары хеҙмәткәре. 2010 йылдан Рәсәй Федераль һалым хеҙмәтенең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы начальнигы, 2022 йылдан — Федераль һалым хеҙмәтенең үҙәк аппаратында. Дуҫлыҡ ордены кавалеры (2015), «Ватан алдындағы хеҙмәттәре өсөн» орденының миҙалы менән бүләкләнеүсе (2010). Рәсәй Федераль һалым хеҙмәтенең почётлы хеҙмәткәре (2012). Рәсәй Федерацияһы дәүләт граждандар хеҙмәтенең 1-се класлы советнигы.

Биографияһы

Марат Муса улы Вәхитов 1964 йылдың 14 июлендә Башҡорт АССР-ының хәҙерге Дүртөйлө районы Семилетка ауылында тыуған. 1990 йылда Өфө авиация институтын «электрон техника инженерияһы» һөнәре буйынса тамамлай. 1998 йылда Башҡорт дәүләт аграр университетын «Иҡтисад һәм аграр производство менән идара итеү» һөнәре буйынса тамамлап икенсе юғары белем ала[1].

1981—1986 йылдарҙа — Өфө авиация институтында уҡый;

1986—1988 йылдарҙа — СССР Ҡораллы Көстәрендә хеҙмәт итә;

1988—1990 йылдарҙа — Өфө авиация институтында уҡый;

1990—1994 йылдарҙа — Стәрлетамаҡ машиналар эшләү заводында инженер-электроник;

1994—1999 — Стәрлетамаҡ районы буйынса дәүләт һалым инспекцияһының мәғлүмәт базаһы администраторы, бухгалтер иҫәбе һәм отчетлылығы, анализ һәм прогнозлау секторының баш дәүләт һалым инспекторы;

1999—2002 йылдарҙа — Рәсәй Федерацияһы Һалымдар һәм йыйымдар министрлығының Стәрлетамаҡ районы буйынса инспекцияһы етәксеһе;

2002—2003 йылдарҙа — Рәсәй Федерацияһы Һалымдар һәм йыйымдар министрлығының Башҡортостан Республикаһы буйынса 15-се район-ара инспекцияһы етәксеһе;

2003—2005 йылдарҙа — Рәсәй Федерацияһы Һалымдар һәм йыйымдар министрлығының Башҡортостан Республикаһы буйынса иң эре һалым түләүселәре өсөн район-ара инспекцияһы етәксеһе[2];

2005—2009 йылдарҙа — Башҡортостан Республикаһы буйынса Рәсәй Федерацияһы күсемһеҙ милек идаралығы етәксеһе;

2009—2010 — Дәүләт теркәүе, кадастр һәм картография федераль хеҙмәтенең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығының начальник урынбаҫары;

2010 йылдың 5 июленән 2022 йылға тиклем — Федераль һалым хеҙмәтенең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы начальнигы.

2009 йылда Марат Муса улы Рәсәй Федерацияһы Президенты ҡурсалауы аҫтында идара итеүсе кадрҙар резервына индерелә.

1-се класлы Рәсәй Федерацияһы дәүләт граждандар хеҙмәте советнигы[3].

2025 йылдың 30 апреленән — Федераль һалым хеҙмәтенең «Һалым-хеҙмәт» федераль дәүләт учреждениеһының (Рәсәй Федераль һалым хеҙмәтенең «Һалым-хеҙмәт» ФКУ) генераль директоры вазифаһын башҡарыусы[4].

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

  • II дәрәжә «Ватан алдындағы ҡаҙаныштары өсөн» орден миҙалы (2010),
  • Дуҫлыҡ ордены (2015),
  • миҙалдар,
  • Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәтенең Почет грамотаһы (2010),
  • Башҡортостан Республикаһы буйынса Эске эштәр министрлығының Почет грамотаһы (2015),
  • Рәсәй Федерацияһы Финанс министрлығының «Финанс эше отличнигы» билдәһе (2011),
  • «Рәсәй Федераль һалым хеҙмәтенең почетлы хеҙмәткәре» билдәһе (2012),
  • Рәсәй Федерацияһы финанс министрының Рәхмәт хаттары (2012, 2013)[1].

Иҫкәрмәләр

Һылтанмалар