Вәхитов Рәшит Абдрахман улы
Вәхитов Рәшит Абдрахман улы (рус. Вахитов Рашит Абдрахманович; 18 ноябрь 1934 йыл — 15 июль 2021 йыл) — зоотехник-инженер, ауыл хужалығы хеҙмәткәре. 1967—1989 йылдарҙа Стәрлетамаҡ районы «Рощинский» совхозы директоры. Башҡорт АССР-ы Юғары Советы Президиумының Почёт грамотаһы менән бүләкләнеүсе. Октябрь Революцияһы (1986) һәм ике «Почёт Билдәһе» (1973, 1976) ордены кавалеры. Райондың почётлы гражданы (2009).
Биографияһы
Рәшит Абдрахман улы Вәхитов 1934 йылдың 18 ноябрендә Башҡорт АССР-ының[1] Стәрлетамаҡ районы Үрге Уҫылы ауылында тыуған[2].
Урындағы мәктәпте тамамлағандан һуң, Башҡортостан ауыл хужалығы институтының[3] зооинженер факультетында уҡый[2].
Юғары һөнәри белем ала һәм хеҙмәт эшмәкәрлеген 1957 йылда Стәрлетамаҡ районы Уҫылы МТС-ында тоҡомсолоҡ эше буйынса зоотехник булып башлай[4].
1957—1967 йылдарҙа Маҡар район ауыл хужалығы инспекцияһында тоҡомсолоҡ эше буйынса зоотехник, Нуриман район ауыл хужалығы инспекцияһында баш зоотехник, Маҡар ауыл хужалығы продукттары һәм сеймал әҙерләү буйынса дәүләт инспекцияһында, Стәрлетамаҡ производство идаралығында инспектор-ойоштороусы, Стәрлебаш колхоз-совхоз идаралығында начальник була[2].
1967—1989 йылдарҙа — Стәрлетамаҡ районының «Рощинский» совхозы директоры[2][4].
2021 йылдың 15 июлендә Стәрлетамаҡ ҡалаһында вафат була[2].
Йәмәғәт эшмәкәрлеге
• Бер нисә тапҡыр КПСС-тың Стәрлебаш район комитеты бюроһы ағзаһы
• Стәрлебаш һәм Стәрлетамаҡ район советтары депутаты
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
• Октябрь Революцияһы ордены (1986)
• Ике «Почёт Билдәһе» ордены (1973, 1976)
• «Хеҙмәт батырлығы өсөн» миҙалы
• «Фиҙаҡәр хеҙмәт өсөн. В. И. Лениндың тыуыуына 100 йыл тулыу айҡанлы» миҙалы
• Башҡорт АССР-ы Юғары Советы Президиумының Почёт грамотаһы
• СССР Халыҡ хужалығы ҡаҙаныштары күргәҙмәһенең көмөш миҙалы
• Стәрлетамаҡ районының почётлы гражданы (2009)
Иҫкәрмәләр
- ↑ Хәҙер Башҡортостан Республикаһы.
- ↑ 1 2 3 4 5 Муниципальный район Стерлитамакский район Республики Башкортостан. Официальный сайт. Почетные граждане > Вахитов Рашит Абдрахманович (рус.) (Тикшерелеү көнө: 22 ноябрь 2024)
- ↑ 1993 йылдан Башҡорт дәүләт аграр университеты.
- ↑ 1 2 Рашит Вахитов — человек, стоящий у истоков создания совхоза «Рощинский». Сайт Стерлитамакской районной газеты «Сельские нивы», 15 ноября 2024 года (рус.) (Тикшерелеү көнө: 22 ноябрь 2024)
Һылтанмалар
• Муниципальный район Стерлитамакский район Республики Башкортостан. Официальный сайт. Почетные граждане > Вахитов Рашит Абдрахманович (рус.) (Тикшерелеү көнө: 22 ноябрь 2024)
• Рашит Вахитов — человек, стоящий у истоков создания совхоза «Рощинский». Сайт Стерлитамакской районной газеты «Сельские нивы», 15 ноября 2024 года (рус.) (Тикшерелеү көнө: 22 ноябрь 2024)