Горюхин Юрий Александрович

РУВИКИ — интернет энциклопедия мәғлүмәте
Юрий Горюхин
Исеме: Горюхин Юрий Александрович
Тыуған көнө: 28 февраль 1966({{padleft:1966|4|0}}-{{padleft:2|2|0}}-{{padleft:28|2|0}}) (58 йәш)
Тыуған урыны: Өфө
Гражданлығы: Совет Социалистик Республикалар Союзы СССРРәсәй Федерацияһы Рәсәй Федерацияһы
Эшмәкәрлеге: «Бельские просторы» журналының баш мөхәррире (2007)
Ижад йылдары: 1990-дан
Жанр: проза, журналистика
Әҫәрҙәре яҙылған тел: рус
Дебют: «Крайний подъезд справа» (1998)
Премиялары: Степан Злобин исемендәге әҙәби премия лауреаты (2009)

Горюхин Юрий Александрович (28 февраль 1966 йыл) — Башҡортостанда тыуып һәм йәшәп рус телендә ижад итеүсе яҙыусы һәм журналист, 1999 йылдан Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың Яҙыусылар союзы ағзаһы, «Бельские просторы» журналының баш мөхәррире. Степан Злобин исемендәге әҙәби премия лауреаты (2009).

Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Юрий Александрович Горюхин 1966 йылдың 28 февралендә Өфө ҡалаһында тыуған. 1983 йылда Өфө авиация институтына уҡырға инә, 1987 йылда Мәскәү технология институтының Өфө филиалына күсә һәм уны 1990 йылда тамамлай. 1998 йылға тиклем финанс-юридик колледжында инженер-программист, инженер-метролог, артабан әҙәбиәт һәм информатика уҡытыусыһы булып эшләй. 1995—2000 йылдарҙа ситтән тороп А. М. Горький исемендәге Әҙәбиәт институтында уҡый. 1998—2001 йылдарҙа Башҡортостанда рус телендә нәшер ителә башлаған «Бельские просторы» ижтимағи-сәйәси һәм әҙәби-нәфис журналының проза бүлеге мөхәррире була. 2001—2002 йылдарҙа «Учительская газетаның» махсус хәбәрсеһе һәм редакциялағы (Мәскәү) бүлектә мөхәррир урынбаҫары вазифаларын башҡара. 2002 йылдан «Бельские просторы» журналында эшләй: башта яуаплы сәркәтип була, 2007 йылдан — баҫманың баш мөхәррире.

Әҙәби ижады[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Юрий Горюхин ижад менән уҙған быуаттың 90-сы йылдарында әүҙем шөғөлләнә башлай. Уның «Крайний подъезд справа» исемле тәүге повесы 1998 йылда Мәскәүҙә сыҡҡан «Соло» журналында баҫыла. Шунан бирле уның әҫәрҙәре Башҡортостандың һәм Рәсәйҙең төрлө әҙәби журналдарында даими донъя күрә. Финалист Национальной литературной премии Ивана Петровича Белкина (лучшая повесть года, 2002). Финалист премии имени Юрия Казакова (лучший рассказ года, 2003, 2005). Шорт-лист Всероссийской литературной премии имени Бажова (2012). Шорт-лист Международного литературного Чеховского конкурса «Краткость — сестра таланта»(2013).

Йәмәғәт эшмәкәрлеге[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Әҙип тураһында[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Романов В. Видные представители литературы Башкортостана: Юрий Горюхин (К 50-летию писателя). «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, 2016, 28 февраль[1].

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, 2016, 28 февраль (Тикшерелеү көнө: 28 февраль 2016)

Сығанаҡтар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]