Гулиев Рамил Эльдар оглы

Гулиев Рамил Эльдар оглы - (рус. Рами́ль Эльда́р оглы́ Гули́ев; әзерб. Ramil Eldar oğlu Quliyev; 29 май 1990 йыл) — әзербайжан сығышлы төрөк еңел атлеты, спринтер, 60 һәм 200 метр дистанцияла Әзербайжан һәм Төркиәнең рекордсыһы. Төркиәнең беренсе еңел атлеты һәм был спортта чемпион булған тәүге әзербайжан кешеһе[3].

Биографияһы

Рамил Эльдар оглы Гулиев 1990 йылдың 29 майында Баҡыла тыуған. Милләте — әзербайжан[4]. Тәүге тренеры - атаһы Эльдар Гулиев булған. Ул вафат булғас, Рәсәй йыйылма командаһында эшләгән Олег Мухин уның менән шөғөлләнә[5]

2010 йылда, Әзербайжан гражданы булған сағында, Гулиев төрөк клубы «Фенербахче (инг.)баш.» менән контракт төҙөй [3]. Был миҙгел уның өсөн бик ауыр булып сыға. Йөрәк өйәнәгенән[6] атаһы һәм тренеры Эльдар Гулиев вафат була, етмәһә үҙе имгәнә[7]. Ошо сәбәптәрҙән Гулиев Барселонала үткәрелгән 2010 йылғы Европа чемпионатында ҡатнаша алмай [6].

2011 йылдың 4 апреленән төрөк гражданлығы алған һәм ҡаҙаныштары Төркиәгә яҙыла. Гулиев һүҙҙәренсә, үҫешкә мөмкинлек тыуҙырылмағанлыҡтан, ул Әзербайжандан китергә мәжбүр була[3]. Рәсәй өсөн сығыш яһау мөмкинлеге лә ниндәйҙер сәбәптәр арҡаһында хәл ителеп бөтмәй ҡала[3].

Еңел атлетика федерацияһы уның гражданлығын алмаштырыу ҡарарына ризаһыҙлыҡ белдерә, һәм кәртәләр ҡуя башлай. Ул халыҡ-ара ярыштарҙа шул сәбәпле ҡатнаша алмай, 2012 йылдың Лондондағы Йәйге Олимпия уйындарынан тороп ҡала[3]. Был спортсының үҫешенә кире йоғонто яһай[3]. Етмәһә, Рамиль Гулиев аяғына операция эшләтә[8]

Спорттағы ҡаҙаныштары

Рамиль Гулиев 60 һәм 100 метр [9], 200 һәм 300 метр дистанцияла Әзербайжан һәм Төркиәнең рекордсыһы. Бынан тыш Гулиев 2009 һәм 2015 йылдарҙа Европаның иң яҡшы һөҙөмтәһен күрһәткән.

undefined

.

Шәхси рекордтары

Дата Ваҡиға Ҡала Ваҡыт (с)
13 ғинуар 2012 60 м Сумы, Украина 6,58
6 июль 2017 100 м Бурса, Төркиә 9,97
9 август 2018 200 м Берлин, Германия 19,76
27 июль 2016 300 м Карлстад, Швеция 32,61

Ҡаҙаныштары

Йыл Ярыш Ҡала Урын Ваҡиға Ваҡыт (с)
Сығыш яһай Төркиә Төркиә өсөн
2018 Еңел атлетика буйынса Европа чемпионаты 2018 Берлин, Германия 1 4х100 м 37.98
2018 Еңел атлетика буйынса Европа чемпионаты 2018 Берлин, Германия 1 200 м 19.76
2018 Урта Диңгеҙ уйындары 2018 Таррагона, Испания 2 4х100 м 38.50
2018 Урта Диңгеҙ уйындары 2018 Таррагона, Испания 1 200 м 20.15
2017 Еңел атлетика буйынса донъя чемпионаты 2017 Лондон, Бөйөк Британия 1 200 м 20.09
2017 Ислам теләктәшлекуйындары Баҡы, Әзербайжан 1 100 м 10.06
2017 Ислам теләктәшлекуйындары Баҡы, Әзербайжан 1 200 м 20.08
2016 XXXI Йәйге Олимпияуйындары Рио-де-Жанейро, Бразилия 8 200 м 20.49
2016 Еңел атлетика буйынса Европа чемпионаты 2016 Амстердам, Нидерланды 2 200 м 20.51
2015 Еңел атлетика буйынса донъя чемпионаты 2015 Пекин, Ҡытай 6 200 м 20.11
2015 Бөтә донъя Универсиадаһы Кванджу, Корея 3 100 м 10.16
2015 Бөтә донъя Универсиадаһы Кванджу, Корея 3 200 м 20.59
2014 Еңел атлетика буйынса Европа чемпионаты 2014 Цюрих, Швейцария 6 200 м 20.48
2013 Урта Диңгеҙуйындары Мерсин, Төркиә 2 100 м 10.23
2013 Урта Диңгеҙуйындары Мерсин, Төркиә 2 200 м 20.46
2012 Халыҡ-ара турнир (ябыҡ бинала) Ливьен, Франция 3 200 м 21.05
2012 Сумск өлкәһе чемпионаты (ябыҡ бинала) Сумы, Украина 1 60 м 6.58
Сығыш яһай Әзербайжан Әзербайжан
2009 Юниорҙар араһында Европа чемпионаты Нови Сад, Сербия 1 200 м 20.33[10]
2009 Юниорҙар араһында Европа чемпионаты Нови Сад, Сербия 2 100 м 10.16
2009 Бөтә донъя Универсиадаһы Белград, Сербия 1 200 м 20.04
2009 Халыҡ-ара турнир Истанбул, Төркиә 1 100 м 10.08
2009 Еңел атлетика буйынса Европа чемпионаты(бинала) 2009 Турин, Италия 7 60 м 6.67
2009 Еңел атлетика буйынса донъя чемпионаты 2009 Берлин, Германия 7 200 м 20.61
2008 Еңел атлетика буйынса донъя чемпионаты (бинала) 2008 Валенсия,, Испания 4 60 м 6.84
2008 XXIX Йәйге Олимпияуйындары Пекин, Ҡытай 5 (квл) 200 м 20.66
2008 Юниорҙар араһында донъя чемпионаты Быдгощ, Польша 5 200 м 21.00
2007 Европа үҫмерҙәр олимпия фестивале (инг.)баш. Белград, Сербия 1 100 м 10.50[11]
2007 Европа үҫмерҙәр олимпия фестивале (инг.)баш. Белград, Сербия 1 200 м 20.98[12]
2007 Үҫмерҙәр араһында донъя чемпионаты Острава, Чехия 2 200 м 20.72
2006 Юниорҙар араһында донъя чемпионаты Пекин, Ҡытай 7 100 м 10.91

Иҫкәрмәләр

  1. ↑ Ramil Guliyev (ингл.) — 2006.
  2. ↑ Ramil Guliyev // World Athletics Database
  3. ↑ 1 2 3 4 5 6 Эльмир Алиев. Господа чиновники, извинитесь перед Рамилем Гулиевым! Haqqin.az (11 август 2017). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 17 август 2017. Архивировано 12 август 2017 года.
  4. ↑ Хафиз Ахмедов. Рамиль Гулиев: "Я готов вернуться в Азербайджан". Пер.: Гюльнара Зейналова. Vzglyad.az (11 август 2017). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 17 август 2017. Архивировано 12 август 2017 года.
  5. ↑ Наталья Марьянчик. Рамиль Гулиев: “Я хотел выступить за Россию, но помешала бюрократия”[1]
  6. ↑ 1 2 200 metr məsafəyə qaçışda Türkiyəni dünya çempionu edən Ramil Quliyev kimdir?[2]
  7. ↑ Рамиль Гулиев: Это личное, я не хочу раскрывать это в прессе. Apasport.az (4 июль 2011). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 17 август 2017. 2017 йылдың 19 август көнөндә архивланған.
  8. ↑ Эльмир Алиев. Господа чиновники, извинитесь перед Рамилем Гулиевым![3].
  9. ↑ Эльмир Алиев. Азербайджанский легкоатлет Рамиль Гулиев стал призером чемпионата Европы. Day.Az (24 июль 2009). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 17 август 2017. Архивировано 2 март 2017 года.
  10. ↑ European Athletics U20 Championships - Novi Sad 2009. U20 200 m Men - Final (ингл.). European Athletics. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 28 август 2017.
  11. ↑ European Youth Olympic Festival Beograd - SRB. U18 100 m Men - Final (ингл.). European Athletics. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 28 август 2017.
  12. ↑ European Youth Olympic Festival Beograd - SRB. U18 200 m Men - Final (ингл.). European Athletics. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 28 август 2017.

Һылтанмалар