Гурбаев Мостафа

Гурбаев Мостафа (башҡа сығанаҡтар буйынса атаһының исеме ҡыҫҡартылып Мух. рәүешендә бирелгән[1]) (1918 йыл — 10 июль 1942 йыл) — Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы, ҡыҙылармеец. 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының 275-се кавалерия полкы 3-сө эскадроны 1-се ҡылыссылар взводы яугиры[1].

Биографияһы

Мостафа Гурбаев 1910 йылда Ырымбур губернаһы Орск өйәҙе (хәҙер Башҡортостандың Баймаҡ районы) Татлыбай (документта Ташлыграй[2]) ауыл Советына ҡараған Фәйзулла ауылында[1] тыуған. Башҡорт АССР-ының Баймаҡ районы хәрби комиссариаты тарафынан Ҡыҙыл Армияға саҡырыла. 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының 275-се кавалерия полкы 3-сө эскадроны 1 взводы ҡылыссыһы булып хеҙмәт итә[1]. 1942 йылдың 10 июлендә Курск өлкәһендә Большая Поляна районы Озерки тирәһендәге аяуһыҙ алыштар барышында яуҙа һәләк була[1]. Яугирҙың һуңғы төйәге — Тербәны районы Озерки ауылындағы туғанлыҡ ҡәберлегендә. Кире ҡайтармаҫлыҡ юғалтыуҙар исемлегендә Федоровка районы Юрматы ауылында йәшәгән ҡатыны Гурбаева (исеме юҡ) күрһәтелгән[2])

Һылтанмалар