Әмирова Гөлнара Ирнес ҡыҙы

Гөлнара Ирнес ҡыҙы Әмирова (рус. Гульнара Ирнесовна Амирова1968 йылдың 7 июле, Өфө) — Рәсәй театр актёры. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған (2008) һәм халыҡ (2019) артисы.

Биографияһы

1968 йылдың 7 июлендә Өфө ҡалаһында тыуа. 1985 йылда Йәрмәкәй урта мәктәбен тамалағандан һуң «Ҡояшҡай» балалар баҡсаһында тәрбиәсе булып эшләй. 1991 йылда Өфө дәүләт сәнғәт институтының театр факультетын тамамлай, һөнәре буйынса драматик театр һәм кино актеры.

Театр эшмәкәрлеге

Юғары һөнәри белем алғандан һуң Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрында юғары категориялы драма актеры. Өфөлә, Ҡазанда, Түбәнге Новгородта, Мәскәүҙә һәм Минскиҙа Нәжиб Асанбаев, Флорид Бүләков, М. Ғилязев, Мостай Кәрим, Мирхәйҙәр Фәйзи һәм Уильям Шекспир пьесалары буйынса уңышлы сығыш яһай.

  • Виола — «Ун икенсе төн», У. Шекспир;
  • Зәрзәриә — «Киске табын», М. Кәрим;
  • Катя — «Яралы яҙмыш», Н. Асанбаев;
  • Мария — «Аңлашылмаусанлыҡ», А. Камю;
  • Фатима — «Һөйәһеңме, һөймәйһеңме?», Ф. Бүләков;
  • Ҡара бейә — «Маҡтымһылыу, Әбләй һәм Ҡара юрға»;
  • Ирина — «Бер мәл санаторийҙа…»;
  • Кэнди — «Кәкүк ояһы»;
  • Бедер — «Ҡара йөҙҙәр»;
  • Тылсымсы Этиссера — «Итекле бесәй»;
  • 1-се — «Йософ һәм Зөләйха»;
  • Мәрйәм Иршат ҡыҙы — «Мин һинең ҡәйнәң булам»;
  • Боцман ҡатын — «Диңгеҙ. Утрау. Хазина».

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа наградалары

  • Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы (2008);
  • Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы (2019)[1].

Ғаиләһе

  • Тормош иптәше — Алмас Әмиров (1968), театр актёры. Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған артисы (2023). Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы (2004) һәм Шәйехзада Бабич исемендәге йәштәр дәүләт премияһы лауреаты (2003). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы (1999);
  • Улдары — Эмиль, музыкант. Өйләнгән;
  • ҡыҙҙары — Айсулпан[2].

Иҫкәрмәләр

  1. Амирова Гульнара Ирнесовна. bashdram.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 20 июль 2026.
  2. В одном амплуа. Семья актеров из Уфы рассказала о своих ценностях. ufa.aif.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 20 июль 2026.

Һылтанмалар