Дар әс-сүлх
Дар әс-сүлх (солох) (ғәр. دار الصلح — солох биләмәһе), йәки дар әл-ғәһед (ғәр. دار العهد — килешеү биләмәһе) — мосолман дин белгестәре — фаҡиһтар ҡарашына ярашлы, яулап алынған биләмәлә мосолман хөкүмәте менән мосолмандарҙы һәм зиммиҙәрҙе яҡларға ризалашып килешеү төҙөлгән мосолман булмаған территория.
Тасуирламаһы
Йыш ҡына солох тураһындағы килешеүҙә жизйә түләү һәм мосолман булмаған кешенең хоҡуҡи хәле (әһел әз-зимми) тураһындағы пункт индерелә[1]. Хәҙерге заман дин әһелдәренең ҡайһы берҙәре Дар әл-сүлхте һуғыш биләмәһенә индермәй, ә уны дуҫ илдәр биләмәһенә тиңләй[2].
Дар әс-сүлх (әһел әс-сүлх) халҡы ислам дин белгестәре тарафынан зимми тип ҡарала, әммә Дар әс-сүлх сауҙагәрҙәре Дар әл-исламдағы әһел әз-зиммиҙәрҙән ике тапҡырға күберәк сауҙа пошлинаһы түләй. Был положениелар бик яҡынса була, сөнки килешеүҙәр ғәмәлдә булған осорҙа ислам хоҡуҡ теорияһы бик үк эшләнмәгән, ә был положениелар аныҡланғас (VIII б. аҙағында), килешеүҙәр төҙөгән өлкәләрҙең күбеһе туранан-тура Ғәрәп хәлифәлеге составына инә.
Хәлифәлек тарҡалғандан һуң, мосолман династиялары идара иткән барлыҡ өлкәләр ҙә, халыҡ составына ҡарамайынса, Дар әл-ислам тип ҡарала, ә мосолман булмаған дәүләттәр менән төҙөлгән килешеүҙәр ғәҙәти дәүләт-ара килешеүҙәр рәүешендә була[3]
Шулай уҡ ҡарағыҙ
Иҫкәрмәләр
- ↑ Dar al-Sulh. The Oxford Dictionary of Islam (инг.)баш.. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 13 декабрь 2013. Архивировано 3 ноябрь 2019 года.
- ↑ Dar al-Harb. The Oxford Dictionary of Islam (инг.)баш.. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 13 декабрь 2013. Архивировано 13 декабрь 2013 года.
- ↑ Большаков, 1991
Әҙәбиәт
- Большаков О. Г. Дар ас-сулх // Ислам: энциклопедический словарь / Отв. ред. С. М. Прозоров. — М. : Наука, ГРВЛ, 1991. — С. 56. — 315 с. — 50 000 экз. — ISBN 5-02-016941-2.