Салихтар

Салих (ғәр. صالح‎ — тәҡүә, игелекле‎ — хаҡ диндар, тәҡүә мосолман, донъя малына ҙур әһәмиәт биреп бармаған кеше. Бындай кеше Аллаһы тәғәләнең һөйөүенә һәм ризалығына лайыҡ булырға тырыша[1]. Салихтың хаҡ тормошо башҡаларға өлгө булып тора[2].

Иерархия

Мосолмандарҙың дини иерархияһында салих мөслимдән (мосолман), мөхсиндән (изге эштәр башҡарыусы) һәм мөьминдән (иман килтергән кешенән) юғарыраҡ тора. Тәҡүә кеше изге эшен башҡаларға күрһәтер өсөн түгел, ә Аллаһ ризалығы өсөн иман, тыйнаҡлыҡ һәм башҡа яҡшы сифаттар нигеҙендә башҡара[3].

Хәҙистәрҙе өйрәнеү ғилеме

Хәҙистәрҙе өйрәнеү ғилем терминологияһында салих тип хәҙистәрҙе ышаныслы тапшырыусылар тип атала, улар «ялғансы» һәм «фальсификатор»ҙарҙан айырмалы рәүештә хәҙистәргә буталсыҡ индермәй. Салихҡа яҡын эквивалент — садук («хаҡ»)[4].

Ҡөрьәндәге салихтар

Ҡөрьәндә салих исеменә лайыҡ ир-ат һәм ҡатын-ҡыҙ исемдәре телгә алына. Ҡайһы бер тәҡүә кешеләрҙең статусы (мәҫәлән,Зөлҡәрнәй (персонаж) , Лоҡман) мосолман дин белгестәре араһында бәхәс предметы булған. Ҡайһы берәүҙәр уларҙы — пәйғәмбәр, икенселәре салихтар тип һанаған.

Ҡөрьәндәге салихтар
ИсемҒәрәпсә
яҙылыш
Библиялағы
аналог
Ҡөрьәндә
телгә алыу
Иҫкәрмә
1ҺауаЕва1Әҙәмдең ҡатыны
2Зөлҡәрнәйذو القرنين3 тапҡырбөйөк батша, халыҡты Йәжүж менән Мәжүждән һаҡлаусы диуар төҙөгән.
3АсияآسيةБисиах2Фирғәүен ҡатыны
4МариамМириам6Һарун менән Мусаның һеңлеһе
5ТалутطالوتСаул2яугирҙәре менән Ялутҡа (Голиаф) ҡаршы сыға.
6ҒөзәйерعزيرЕздра1йәһүдтәр Аллаһтың улы тип иғлан иткән рухани
7Лоҡман‏لقمان‏ Валаам1боронғо аҡыл эйәһе
8Ғимранعمرانсв. Иоаким3Мәрйәм Инәнең атаһы, Ғайса пәйғәмбәрҙең олатаһы
9Мәрйәм Инәمريم بنت عمرانДева Мария7Ғайса пәйғәмбәрҙең әсәһе, Ғимрандың ҡыҙы

Иҫкәрмәләр

  1. Али-заде, 2007
  2. Салих. Умма. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 17 февраль 2014. Архивировано из оригинала 21 февраль 2014 года. 2014 йылдың 21 февраль көнөндә архивланған.
  3. Кулагина, Анна Муфтий Украины о будущем ислама. Фонд исламского просвещения «WASAT» (8 август 2011). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 17 февраль 2014. Архивировано 22 октябрь 2014 года. 2014 йылдың 22 октябрь көнөндә архивланған.
  4. Encyclopaedia of Islam, 1960—2005

Әҙәбиәт

  • Али-заде, А. А. [691 Салих (праведник)] // Исламский энциклопедический словарь. — М. : Ансар, 2007. — 400 с. — (Золотой фонд исламской мысли). — 3000 экз. — ISBN 5-98443-025-8  (рус.).
  • Ṣāliḥ / Juynboll, G.H.A. // Encyclopaedia of Islam. 2 ed. — Leiden : E. J. Brill, 1960—2005. (түләүле)

Категориялар