Мөшәббәһиҙәр
Мөшәббәһиҙәр (ғәр. مشبهة оҡшатыусылар, антропоморфистар; рус. Мушаббихиты — Төрлө ортодоксаль булмаған догматик мәктәптәрҙең эйәрсендәренең дөйөм атамаһы. Улар Аллаһты ижад ителгәндәр атрибуттарында һәм образдарында күҙ алдына килтерә. Мөшәббәһиттәрҙе шулай уҡ мөжәссимиҙәр (аллаға тән сифаттары биреүсе) тип тә атайҙар.
Тарихы
Мөшәббәһилеккә нигеҙ һалыусы тип Жәһем ибн Сафуан (ваф. 746) иҫәпләнә, ул Илаһи атрибуттарҙы инҡар иткән һәм Аллаһты кешегә оҡшатҡан.
Тасуирламаһы
Абдул-Ҡаһир әл-Бағдади (ваф. 1037) "әл-Фәрҡ Бәйн Әл-Фираҡ " тигән китабында мөшәббәһиҙәрҙе 2 төркөмгә бүлә:
- Илаһи асылды ижад ителгәндәр асылына оҡшатыусылар
- бары тик Илаһи атрибуттарҙы ғына ижад ителгәндәр атрибуттарына оҡшатыусылар[1].
Иҫкәрмәләр
Әҙәбиәт
- Прозоров С. М. ал-Мушаббиха // Ислам: энциклопедический словарь / Отв. ред. С. М. Прозоров. — М. : Наука, ГРВЛ, 1991. — С. 183. — 315 с. — 50 000 экз. — ISBN 5-02-016941-2.
- Али-заде, А. А. Мушаббихиты // Исламский энциклопедический словарь. — М. : Ансар, 2007. — 400 с. — (Золотой фонд исламской мысли). — 3000 экз. — ISBN 5-98443-025-8 (рус.).